
Акбашев Варис. Лучшая башк.книга..pptx
- Количество слайдов: 27
Яныбаевская сельская библиотекафилиал № 26 МАУК «ЗМЦБ» Республиканский конкурс «Лучшая башкирская книга года» Номинация: «Мастера детской поэзии» Составитель: Библиотекарь Хусаинова Н. Г. 2016
Өлкәндәр һәм балалар өсөн яҙылған биш китап авторы. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты. Ауырғазы районының «Зәңгәр шишмә» әҙәби берекмәһе етәксеһе. Уның шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән.
Бына ул әҙәбиәт йылында 1000 дана тираж менән нәшер ителгән китап үҙ уҡыусыларын көтә.
Башҡортостанда үткәрелгән «Китапханаға китап бүләк ит!» шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә, китап һөйөүселәр ҡулдарына был китапты алып һөйөндө.
АҠБАШЕВ, В. Й. БЕҘ – АҒИҘЕЛ БАЛАЛАРЫ: ШИҒЫРҘАР/ ВӘРИС АҠБАШЕВ. ӨФӨ: КИТАП, 2015. – 56 БИТ.
Ниндәй рәхәт, туған телдә, Әсәй, тиеп өндәшһәм. Изге хисле уйҙарымды Шул тел менән өләшәм. Ниндәй бәхет йәшәү үҙе, Тойоу шуны күңелле: Ҡояш, Ай ҙа, йондоҙҙар ҙа Белә туған телемде.
Автор, уҡыусыларға ҡояштай нурлы киләсәк теләп, гүзәл тәбиғәтле сихри донъяға сәйәхәткә саҡыра.
Туған телебеҙҙе тойған мөғжизәле, гүзәл тәбиғәтебеҙҙең һәр миҙгеле үҙенсәлекле сағылыш таба, һәр баланың күңеленә үтеп инә.
Һыуыҡ ҡыш артҡа сигенде, Йәшел балаҫ йәйҙе яҙ. Тәбиғәттең гүзәллеген Аңлатырға һүҙҙәр аҙ. Йәшеллектең өҫтәрендә Мең – мең төрлө сәскәнән, Тирә – йүнгә ынйы төҫлө, Ысыҡ - тамсы сәселә.
Сал сәсле, аҡ буранлы ҡыш :
Нурҙар менән моң һибелә Ҡайындар, шыршыларға. Ынйы ҡар шығырлап атлай Ҡыш таңын ҡаршыларға.
Ҡышҡы һыуыҡ өшөткәндә, Ҡарлы буран ҡотороп, Ҡыҙылтүштәр миләш һанай Ағастарға ултырып.
Әкрен генә йырын һуҙҙы Йылы елкәйем. Ниндәй матур, нурлы, моңло Тыуған еркәйем!
ГҮЗӘЛ ТӘБИҒӘТЕБЕҘҘЕҢ ҺӘР МИҘГЕЛЕНЕҢ ҺУЛЫШЫН ТОЙҘОҠ. ДҮРТ МИҘГЕЛ ДӘ ҮҘЕНСӘ МАТУР, ЙӘНЛЕ ҺӘМ БАЛҠЫШЛЫ, БЕҘҘЕҢ КҮҢЕЛГӘ ЯҠЫН, СӨНКИ БЕҘ – АҒИҘЕЛ БАЛАЛАРЫ ОШО ТӘБИҒӘТ МЕНӘН БӘЙЛЕБЕҘ, ОШО ТӘБИҒӘТТӘ ЙӘШӘЙБЕҘ.
Беҙ ҙә ошо гүзәл тәбиғәтте – мәңге шиңмәҫ гөлбаҡсаны һаҡлайыҡ. Юҡҡа ғынамы ни илебеҙ 2017 йылды тәбиғәтте һаҡлау йылы тип иғлан итмәне.
Акбашев Варис. Лучшая башк.книга..pptx