• Яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәргә нур бүләк иткән матур айҙа тыуғанғамы, һин сабыр ҙа, мәрхәмәтле лә, ярҙамсыл да, гүзәл дә, эшлекле лә! Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ! • • Йән рәхәте бирһен һиңә Хоҙай, Тән сихәте бирһен ғүмергә. Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай Бергә-бергә матур йәшәргә!
• Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың, Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә. Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә! • • Тормош һуҡмағынан ғорур атла, Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама. Һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшә, Туғандарың менән йәнәшә.
• Ҡотло булһын тыуган көнөң! Был көн шундай күнеллелер Һин тыуғанға, Был донъя шундай яктылыр Һин булғанға. Бөтә йыһан шатланғандыр Һин тыуғанда. Тирә-яҡта һәр сак байрам Һин булғанда. Бөгөнгөләй һөйкемле бул! Бөгөнгөләй бәхетле бул: Йәй гөлдәре уҫкәндә лә, Яҙ япрактар ярғанда ла, Көҙ елдәре иҫкәндә лә, Ергә карҙар яуғанда ла!Ҡотло булһын тыуган көнөң!
Зиля апай тыуган конон менан ысын кунелдан кайнар котлайбыз!!! Без сине ЯРАТАБЫЗ!!!