«. . . Ватаныма булған оло һөйөү Рухыма көс бирҙе, хупланы» Зәйнәб Биишева
Зәйнәб Биишева – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты
Яҙыусының тыуған ере Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән.
Хеҙмәт юлы Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбендә уҡығандан һуң, 1924 -1929 йылдарҙа ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумында уҡый. 1929 -1931 йылдарҙа Баймаҡ районы ауылдарында уҡытыусы булып эшләй. 1931 -1934 йылдарҙа – Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире, 1934 -1951 йылдарҙа төрлө гәзиттәрҙә редакторлыҡ вазифаһын башҡара.
Ижады Зәйнәб Биишева төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Күп һанлы шиғырҙары, хикәйәләре, драмалары, «Зөлхизә» трагедияһы, «Сәйер кеше» , «Уйҙар, уйҙар» , «Ҡайҙа һин, Гөлниса? » повестары, «Һөнәрсе һәм өйрәнсек» , «Мөхәббәт һәм нәфрәт» хикәйәттәре, «Яҡтыға» трилогияһы уның исемен Рәсәй, бөтә Шәреҡ илдәренә алып сыҡты.
Яҙыусының әҫәрҙәре
Ҡояш көлә, гөлдәр хуш еҫ түгә, Һандуғастар яҙҙы данлайҙар. Йыр ағыла, йыр. . . Өҙлөкһөҙ йыр. . . Нисек арымайҙар, талмайҙар. . . Мин дә булһамсы бер һандуғас, Һайраһамсы талда, таң тыуғас, Бәлки, үлмәй мәңге йәшәр инем, Күкрәгемдә тулы йыр булғас. 1957 йыл.
Йәшәү бәхете - күңел сафлыҡта. Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта. Йәшәү бәхете - илең, халҡың өсөн Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта. 1978 йыл
Йырлайым Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем, Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас. Тыуған ерем – бөйөк Совет иле Ер йөрәге типкән ер булғас.
Башҡортостан Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең, Бар байлығың – ҡырыҫ, йәнһеҙ дала ине. Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә, Тома һуҡыр юлсы булып бара инең. Хәҙер – көслө ир-арыҫлан, баһадир һин. Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин. Алғы сафта көнөң көләс, теләгең саф, Юлың яҡты, бәхет даулап бараһың һин. Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин. Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф,
Башҡорт теле Моң шишмәһе һандуғастай моңло ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле. Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин, Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин, Эй, хикмәтле, мәрхәмәтәле башҡорт теле.
Игенсе Мин яратҡан бик күп һөнәрҙәр бар – Уҡытыусы, йырсы, төҙөүсе. . . Әммә йөрәгемдең гел түрендә Ул бер үҙе – иген игеүсе. Яҡын миңә уның һәр бер эше, Сәсәме йә утай, урамы, Тос бөртөклө бойҙай, арыш менән Тултырамы келәт, бураны. . . Бөтәһендә күрәм мин ғашиҡлыҡ Ергә ғашиҡ кеше – игенсе. Тик ғашиҡтар ғына һөйөп-наҙлап Үҫтерә ала илгә игенде.
Ҡурай ул – моң. Уйла, моңдо Кем тота, бикләй ала? Кем уның тылсымлы көсөн Ҡаплай, быуа, сикләй ала? ! «Тылсымлы ҡурай» поэмаһы
«Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтенә иллюстрация
«Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтенә уҡыусыларҙың иллюстрацияһы
Яҙыусының «Дуҫ булайыҡ» повесына иллюстрациялар
Яҙыусының әҫәрҙәренә уҡыусыларҙың иллюстрациялары
Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылындағы йорт-музейы
Музей алдындағы бюсы Мин рухымдың аҫыл хазинаһын, илем, һиңә биреп ҡалдырҙым. З. Биишева
Яҙыусы иҫтәлегенә 2008 йылда Башҡортостан республикаһының «Китап» нәшриәтенә Зәйнәб Биишева исеме бирелде.
2008 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт педагогия академияһына Зәйнәб Биишева исеме бирелде.
Академияла яҙыусының музейы асылды
Музейҙан бер күренеш
. . . Мин белмәйем: ҡәнәғәтме Ерем? Ҡәнәғәтме халҡым, дуҫтарым? Тик ышанам: бушҡа йәшәне, тип Әйтә алмаҫ хатта дошманым! Мин рухымдың аҫыл хазинаһын, Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым. Беләгемде тик бер һинең өсөн, Һинең өсөн генә талдырҙым.
. . . Теләр инем, гранит ҡая булып, Ер өҫтөнә ҡабат тыуырға. Теләр инем йәшәү ҡаршыһында Сал башымды эйеп торорға.
Яҙыусы тураһында Бөгөн Зәйнәб Биишеваның ижады – тауҙай хеҙмәт һәм шуға торошло оло хөрмәткә лайыҡлы ҡаһарманлыҡ. Ул – ғүмер буйы тынғыһыҙ эш һәм көрәштә үткән донъя. Оло рәхмәт һеҙгә, ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы! Халҡың ҙурлай икән – бынан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме? ! Ҡәҙим Аралбай
Яҙыусы тураһында Рух ныҡлығы, тура һүҙлелек, халҡыбыҙға тоғролоҡ хас апайыбыҙға, ошо гүзәл сифаттар уның әҫәрҙәренә лә үтеп ингән. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан бындай шәхестәре булған халыҡ бәхетле тип иҫәпләйем. Зәйнәб апай – тере тарих ул. Денис Бүләков