«Таня−Таңһылыу»
Ағас та үҙ нәҫелен үҙ тирәһенә йыя. Һәр кемдең үҙ ҡиблаһы. (Халыҡ мәҡәлдәре)
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем Башҡортостан тыуған еремдә. Беҙҙең менән ҡояш йылмая Илкәйемденң тыныс күгендә.
- Ағас урмандан йыраҡ үҫһә лә, шунда табан һығыла. - Һәр йоҙаҡтың үҙ асҡысы. - Һәр кем ише менән яралған. - Һәр кемдең үҙ тиңе. - Халыҡҡа таянған таймаҫ.
“- Николай Григорьевич, ә нишләп беҙҙең мәктәпкә, рус мәктәбенә, уҡытырға гел националкаларҙы ебәрәләр ул? - Һе, Полина, һин дә ҡыҙыҡ кеше, - тип көлә хужа. – Беҙгә Башҡортостанда уларҙы ебәрмәй, кемде ебәрһендәр? Улар мәктәптә беренсе кластан уҡ русса уҡый, унан училищеға, институтҡа инә, унда ла русса, һуңынан да. Улар, башҡорт булһалар ҙа, башҡортса уҡымағандар бит. Русса уҡып сыҡҡан, уҡытыусы булған, уҡытыусылыҡҡа һәләтле булған башкирка ҡайҙа барһын? - Ә башҡорт мәктәбенә? ”
“Бихисап илдәр гиҙеп, иҫәпһеҙ – һанһыҙ ер – һыуҙарҙы күреп – кисеп, ярты донъяны айҡап сыҡһа ла, Балтика ярҙарына – Ер сигенә етеп, аяҡтарын һәлендереп ултырһа ла, яҙмышы уны барыбер һиңә алып ҡайтҡан, Түбә. Барыбер һиндә башланып, һиндә килеп осланып ҡуйған юлдары ғәзиз балаңдың. Быныһы – иң мөһиме!. . Иҫләйһеңме икән: ниндәй ҡыҙың, ниндәй затың ине ул? Һиндә тыуған, һиндә тәрбиәләнгән. Нишләп, ҡайһылай ул Таңһылыуҙан Таняға әйләнгән? Һин тәрбиәләгәнһең, ошо күктәр аҫтында тыуған ул. . . Һине яҡын күрә, кисерә белә, ярата инеме ул? Уны аңлай, кисерә алаһыңмы һуң һин үҙең? Әллә. . . ”