Муталлапова Амина.pptx
- Количество слайдов: 18
НИ ӨСӨН ҠЫШҠЫ КЕЙЕМДЕ ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫНАН ЭШЛӘЙҘӘР? Моталлапова Әминә, II синыф уҡыусыһы Етәксеһе: Барлыбаеыа Ә. И.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты: Ҡаҙ ҡауырһынының төҙөлөшөн, уның файҙаһын асыҡлау?
БУРЫСТАР: 1) ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫНЫҢ ТӨҘӨЛӨШӨН ӨЙРӘНЕҮ; 2) ТӘЖРИБӘЛӘР ЯҺАУ, ТАБЛИЦА ТӨҘӨҮ; 3) КЕШЕ ҺАУЛЫҒЫНА ТӘЬҪИРЕН ӨЙРӘНЕҮ.
ТӘҠДИМДӘР : - БАШЛАНҒЫС СИНЫФ УҠЫТЫУСЫЛАРЫНА - БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ТӘРБИӘСЕЛӘРЕНӘ , - ХЕҘМӘТ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ҠУЛЛАНЫРҒА ТӘҠДИМ ИТӘМ.
ИНЕШ ҺҮҘ. ҠАҘ ҠАНАТЫНЫҢ ЯҘМЫШЫ ҠАТМАРЛЫ: БЕРӘҮҘӘРЕ ҠОЙМАҠ МАЙЛАЙ, ИКЕНСЕЛӘРЕ ШИҒЫР ЯҘА, ӨСӨНСӨЛӘРЕ ИҘӘН ҺЕПЕРӘ. БЫУАТТАР БУЙЫ ҠАҘ ҠАУЫРҺЫН МЕНӘН ЯҘЫРҒА ТУРА КИЛГӘН. ИҢ ЯҠШЫ ҠАҘ ҠАУЫРҺЫН 4 -5 БИТ ЯҘЫРҒА ЕТКӘН. 1200 ЙЫЛ ДАУАМ ИТКӘН ҠАҘ ҠАУЫРҺЫН МЕНӘН ЯҘЫУ. «ҠАҘ ҠАНАТЫ ҠАУРЫЙ- ҠАУРЫЙ ХАТТАР ЯҘЫРҒА ЯРАЙ» - ТИП ЙЫРЛАНА ХАЛЫҠ ЙЫРЫНДА.
ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫ ТАР, ҠАТЫ КӨПШӘНӘН , ОСТАН ҺӘМ УНЫҢ СИТТӘРЕ БУЙЛАП УРЫНЛАШ ҠАН ЕЛПЕҮЕСТӘН ТОРА.
Тәжрибәләр яһап үҙсәнлектәрен асыҡлау. № Тәжрибә Үҙсәнлектәре 1. Ҡаҙ ҡауырһынын ниндәй формаға теләйбеҙ, шуға үҙгәртә алабыҙ Һығылмалы 2. Беренсе һәм икенсе рәт төктәр бер –береһенең араһына инә лә һауаны үткәрмәй. Йылыны (һыуыҡты) үткәрмәй 3 Һауыт эсенә һыуға һалабыҙ , ҡаҙ ҡауырһыны йөҙөп йөрөй. Өрһәк тиҙ генә осоп китә. Еңел 4. Ныҡ итеп йомарлайбыҙ. Ҡулыбыҙҙан ысҡындырһаҡ, кире тарала. Ойошмай
5. Рус халҡында «как с гуся вода» әйтеме бар. Ямғыр ваҡытында ла, һыуға сумһа ла ҡаҙ күшекмәй. Ямғыр тамсылары ҡаҙ мамығына һеңмәй, өҫтөнән тәгәрәп төшә. Ҡаҙ ҡауырһынын һыуға тығабыҙ, һыу ағып төшә. Һыуҙы үткәрмәй 6. Бер урындан икенсе урынға күсергәндә түшәкте, кейемде бәләкәй итеп тәңкләп һалырға була. Сөнки ҡауырһындар бер-береһенең араһына тығыҙ үтеп инә. Әҙ урын ала 7. Тотоп ҡарайбыҙ, ҡулды, битте һыйпайбыҙ. Йомшаҡ
ИНТЕРНЕТ СЕЛТӘРЕ НИМӘЛӘР БЕЛЕРГӘ ЯРҘАМ ИТТЕ. ҠОШТАР ҠАУЫРҺЫНЫ, МАМЫҒЫ СИФАТЫ БУЙЫНСА ОШОЛАЙ БҮЛЕНӘ: ҠАҘ II УРЫН ГАГА I УРЫН ӨЙРӘК IIIУРЫН
ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫ-МАМЫҒЫН ҠЫЙҘАН, БЫСРАҠТАН ТАҘАРТЫУ, ЙЫУЫУ, БӨРСӘЛӘРҘЕ БӨТӨРӨҮ ҠОРОЛМАЛАРЫ УЙЛАП ТАПҠАНДАР. БЕҘ УЛАРҘЫ ҺҮРӘТТӘ КҮРӘБЕҘ. УЛЬТРАФИО ЛЕТ НУРҘАРЫ МЕНӘН ДЕЗИНФЕКЦИЯ ҮТКӘРЕҮ АЛЛЕРГИЯ БУЛЫУҘАН ҺАҠЛАЙ.
-НИ ӨСӨН ҠАҘ МАМЫҒЫНАН ӘЙБЕРҘӘР ЭШЛӘҮ СЫҒЫМЛЫ, ЙӘКИ ФАЙҘАЛЫ? СӨНКИ : 1) ҠАҘ ҮРСЕТЕҮСЕ, ҮҪТЕРЕҮСЕ ФАБРИКАЛАР КҮБӘЙҘЕ; 2) ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫН ЭШКӘРТЕҮ ОҘАҠ ТҮГЕЛ; 3) ҠАҘ МАМЫҒЫНАН ЭШЛӘНГӘН ӘЙБЕРҘӘР КҮП КӘРӘК.
Һығымта 1) Тимәк, ҡаурый-мамыҡтан тегелгән кейемдең иң төп билдәһе , унда йылыны һаҡлаусы мамыҡ булыуы. 2) Шулай уҡ ҡаурыйҙың уңайлы, һығылмалы булыуы өҫтөнлөк бирә. Ҡаурый үҙенең күләменән бер нисә тапҡыр кәмей ала. Куртканы тиҙ генә бөкләп пакетҡа йәки сумкаға һалырға мөмкин. Әгәр уны яҙһаң, 2 -3 минут эсендә тәүге хәленә ҡайта. 3) Тағы ла ҡаурый-мамыҡтан тегелгән кейемдең еңел булыуы. 2 йәшлек бала өсөн комбинезон 400 грамм тарта. Ә ир - егеттәрҙең курткаһы - 2 кг тирәһе. Ул курткалар бик йомшаҡ, иркен хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә.
КӨНКҮРЕШТӘ ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫН, МАМЫҒЫН ФАЙҘАЛАНЫУ КӘРӘКЛЕ ИКӘНЕН , КЕШЕ ҺАУЛЫҒЫНА ЫҢҒАЙ ТӘЬҪИРЕН ДӘ АСЫҠЛАНЫМ. ҠАҘҘАР ҠЫШҠЫ ҺЫУЫҠТАРҘА ЛА БОҘЛО ҺЫУҘА ЙӨҘӘ АЛА, ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫ, МАМЫҒЫ ҺЫУЫҠТЫ ТӘНГӘ ҺӘМ КИРЕҺЕНСӘ ЙЫЛЫНЫ ТӘНДӘН ТЫШҠА СЫҒАРМАЙ. БЕРЕНСЕ ҺӘМ ИКЕНСЕ РӘТ ТӨКТӘР БЕР –БЕРЕҺЕНЕҢ АРАҺЫНА ИНӘ ЛӘ ҺАУАНЫ ҮТКӘРМӘЙ.
ТИКШЕРЕҮ ЭШЕМДЕҢ ҺӨҘӨМТӘҺЕ. 1. ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫ ТӨҘӨЛӨШӨ МЕНӘН ТАНЫШТЫМ. 2. ҠАҘ ҠАУЫРҺЫНЫ ҺӘМ МАМЫҒЫНАН ЭШЛӘНГӘН ӘЙБЕРҘӘРҘЕҢ КЕШЕ ТОРМОШОНДА ФАЙҘАҺЫ, ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ АСЫҠЛАНДЫ.
ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ!
Муталлапова Амина.pptx