НАПОЛЕО Н I БОНАПА РТ
Француздарҙың 1 -се императоры 18 май 1804 — 6 апрель 1814 20 март — 22 июнь 1815 Коронация: 2 декабрь 1804, Нотр-Дам Алдан килеүсе: титул булдырылған Дауамсыһы: Наполеон II
Италия короле 17 март 1805 — 11 апрель 1814 Алдан килеүсе: вазифа булдырылған; Италия республикаһы президенты булараҡ ул үҙе; Италияның һуңғы титуллы короле булараҡ Карл V Дауамсыһы: титул бөтөрөлә; Виктор Эммануил II
Италия короле Дине: католик Тыуған: 15 август 1769 Аяччо, Корсика Вафат: 5 май 1821 Лонгвуд, Изге Елена утрауы Ерләнгән: Изге Елена утрауы, 1840 йылда кәбере күсерелә Ҡалып: Место. Захоронения, Париж Атаһы: Карло Буонапарте Әсәһе: Летиция Рамолино Ҡатыны: 1) Жозефина де Богарне 2) Мария-Луиза Австрийская Балалары: 2 -се никахтан улы: Наполеон II никахтан тыш улдары: Шарль Леон Денюэль, Александр Малевский ҡыҙы: Жозефина Наполеона де Монтолон
Италия Республикаһы президенты(1802— 1805) 27 ғинуар 1802 — 17 март 1805 Вице-президент: Франческо Мельци д'Эриль Алдан килеүсе: вазифа булдырылған Дауамсыһы: апзифа бөтөрөлгән; Италия короле булараҡ ул үҙе
Францияның беренсе консулы 9 ноябрь 1799 — 20 март 1804 Алдан килеүсе: вазифа булдырылған Дауамсыһы: вазифа бөтөролгән; Франция императоры булараҡ ул үҙе
Карло Буонапарте (Анн-Луи Жироде -Триозон, 1806)
Летиция Рамолино
Наполеон II
Йәшлеге Атаһы Наполеонға хәрби карьера теләй. 1778 йылда малай ағаһы менән Отёнда колледжға телдәр өйрәнергә инә, шулай ҙа Наполеон французса акцент менән һөйләшә. Икенсе йылына Наполеон Бриен-ле-Шатола кадет мәктәбенә уҡырға инә. Наполеон математиканы бик яҡшы белә; гуманитар фәндәр, киреһенсә, ауырлыҡ менән бирелә. Наполеон арымай-талмай фәндәр өйрәнә, ныҡышмал була. «Королева муйынсаһы» тигән конкурста, үҙе лә уйламағанда еңеп сығып, ул Париждағы Король кадет мәктәбенә уҡырға алына (франц. École royale militaire). Ул Францияны һаман да күрә алмауы менән һабаҡташтарына оҡшамай, дуҫтары булмай. 1785 йылда атаһы үлә, ағаһы ғаилә башлығы булып ҡалырға тейеш булһа ла, уның йыуашлығы арҡаһында Наполеонға был вазифаны үҙенә алырға тура килә. Шул йылы ул алдан уҡыуын тамамлай, Валансела лейтенант чинында эшләй башлай. 1788 йылдың июнендә Осонға күсерелә. Әсәһенә ярҙам итер өсөн 11 йәшлек ҡустыһы Луины үҙе янына ала. Бик фәҡир йәшәйҙәр. Ул бик күп уҡый, эшсән һәм тырыш була. Публицистк әҫәрҙәр баҫтыра ( «Диалог о любви» , «Dialogue sur l’amour» , 1791, «Ужин в Бокэре» , «Le Souper de Beaucaire» , 1793), уларҙан якобсылар яҡлы икәнлеге күренә.
Хәрби хеҙмәт башы 1785 йылда Париж хәрби мәктәбен тамамлап, Бонапарт 10 йыл эсендә лейтенанттан башлап Франци ярмияһындағы бар хәрби баҫҡыстарҙы үтә. 1788 йылда, лейтенантсағында урыҫ хәрби хеҙмәтенә инергә теләй, әммә уға түбән чин тәҡдим итәләр. Йәне көйөп, ул: «Миңә Пруссия короле капитан чины бирсәк » , - тип ҡысҡырып сығып китә. 1789 йылда Корсикаға ҡайта һәм революцияға тап була, уны яҡлап сыға. Беренсе яу тәжрибәһен Бонапарт — Ла-Маддален утрауына экспедицияла ҡатнаша. . 1793 йылда Паскаль Паоли Корсиканы Франциянан бойондороҡһоҙ тип иғлан Хәрби хеҙмәт башы итә, Наполеон быны революция идеяларына хыянат тип баһалай, һәм, асыуланып, Францияға китә. Тулонды яулауҙа ҡатнаша, 24 йәшендә бригада генералы — вазифаһына өлгәшә (14 ғинуар, 1794 ). Термидориан фетнәһенән һуң Бонапарт Огюстен Робеспьер менән бәйләнеше өсөн ҡулға алына (10 август, 1794 йылда, ике аҙнаға). Иреккә сыҡҡас, отставкаға китә (795 ), бер йылдан Йәмәғәт ҡотҡарыуы Комитетына эшкә инә. Париждағы роялистик фетнәлә үҙен яҡшы күрһәтеп, (13 вандемьера 1795), дивизия генералы итеп тәғәйенләнеп, тыл ғәскәрҙәре командующийы булып китә. Бер йылдан Италия армияһы командующийы итеп тәғәйенләнә(23 февраль, 1796 йыл)
Наполеонға Италия короле таж кейҙерә (26 май, 1805 йыл, Милан). «Андреа Аппиани картинаһы»
Наградалар Французский Орден Почетного Легиона большой крест (1805) Вюртембергский Орден Золотого Орла большой крест (1807) Российский Орден Святого Андрея Первозванного (27. 06. 1807, по Высочайшему повелению исключен 9 февраля 1816 года) Российский Орден Святого Александра Невского (27. 06. 1807) Прусский Орден Черного Орла (1807) Вестфальский Орден Короны Вестфалии большой крест (1809) Австрийский Орден Святого Стефана большой крест (1810) Французский Орден Воссоединения большой крест (1811) Датский Орден Слона Шведский Орден Серафимов Испанский орден Золотого руна (1805) Австрийский Орден Леопольда 1 ст.
Наполеондың үлеме Утрауҙа Наполеондың сәләмәтлеге хөртәйгәндәнхөртәйә. С 1819 йылда йыш ауырый. Табибы гепатит тиһә лә, Наполеон үҙе атаһыныҡы кеүек рактыр тип уйлай. 1821 йылда хәле ныҡ насарая, һәм ул инде үләсәген аңлай. 1821 йылдың 13 апрелендә Наполеон васыят яҙҙырта. Наполеон Бонапарт шәмбе көн, 1821 йылдың 5 майында , 17 сәғәт 49 минутта баҡыйлыҡҡа күсә. Ул «Ярангөл үҙәне » тигән ерҙә ерләнә. . 1840 йылда Луи-Филипп, бонапартистарҙың ҡыҫымы аҫтында, Изге Еленаға делегация ебәрә— Наполеондың һуңғы үтенесен, Францияла ерләнергә теләүен, үтәп кәүҙәһен алып ҡайталар. . Ул Парижда Инвалидтар йортонда ҡуйылған. .