лучшая книга.pptx
- Количество слайдов: 26
Муниципальный район Федоровский район Республики Башкортостан Верхнеяушевская сельская модельная библиотека муниципального бюджетного учреждения культуры «Федоровская межпоселенческая центральная библиотека» Заявка на участие в VII Республиканском конкурсе «Лучшая башкирская книга Республики Башкортостана- 2015» , Номинация: «Детская книга года» Руководитель учреждения: директор МБУК, «Федоровская МЦБ» Мухаметзянова З. Р. Автор конкурсной работы: Мухтарова Асия Хуснуллеевна, библиотекарь Верхнеяушевской сельской модельной библиотеки.
Ҡәҙерле уҡыусыларым, һеҙгә Гүзәл Ситдиҡованың «Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ» китабын тәҡдим итәм. Был китапта һеҙҙе мауыҡтырғыс шиғырҙар, ҡыҙыҡлы әкиәттәр, хикәйәләр урын алған. Китаптағы һәр әҫәргә төшөрөлгән сағыу, мауыҡтырғыс һүрәттәр уҡыусыны үҙенә тартып, әҫәр йөкмәткеһен тулыландырып тора. Китап тәрбиәселәр, уҡытыусылар өсөн дә кәрәкле ҡулланма булыр тип уйлайым.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдикова Балаларға- балаларса Алты йәшем менән барғанда, атайым миңә З. Биишеваның “Йәнле хәрефтәр” тигән китабын алып ҡайтты. Ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр ваҡиға булды был. Үҙемде үҫкән итеп хис итеү, ололарҙың ваҡыт тапҡанын көтөп ултырмай, үҙем тотоп уҡый алыуым шатлығы хәтергә уйылып ҡалды. Шул китап аша хәреф өйрәндем, шул китап аша туған телебеҙҙең сихри донъяһына инеп киттем, -ти шағирә. Һәм балаларға үҙенең ижад емештәрен бүләк итте. 2014 йылды Өфө “Китап” нәшриәтендә әҙәби-нәфис баҫмаһы сыҡты. “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр саҡ
Бәхетле бала саҡ иленә Гүзәл Ситдикованың “Ҡолонсаҡ – аргымаҡ булыр бер саҡ” китабына сәйәхәткә саҡырабыҙ. Һеҙҙе һәр бер туҡталышта йомаҡтар көтә
Мәктәпкәсә йәштәгеләргә туҡталышы
. . . апай Эй ҡупшыҡай. . . апай, Күлдәге сыбар ғына, Ҡыт- ҡыт-ҡыт, тип килеп етә, Емеңде сығар ғына. . апай, тип-тип, Себештәре сип-сип, Тибенәләр Һөйөнәләр, Сүпләргә ем күп-күп, тип. Йә, әле тиҙерәк тап
. . . -. . . , Утыҙ аяҡ, ун аяҡ, Егермеһе- һул аяҡ, Егермеһе- уң аяҡ. Барыһы бергә нисә аяҡ? Исемен табырһың шул саҡ.
Ихатала Тауыҡ йырлай: Ҡыҡ та ҡыҡ, Ем ашарға сыҡ та сыҡ. Өйрәк әйтә: баҡ та баҡ, Ашап бөттөм бер табаҡ. Күркә әрләй: гөлдөргө, Ашап бөтөп бөлдөрҙөң. . Кем ҡаңғылдай: ға-ға-ға , Төшәм инде йылғаға?
Мәктәп йәшендәгеләренә туҡталышы
. . . Йәм- йәшел иген баҫыуы, Муйыл, сейә – шау сәскә. Зәңгәр күк. Ҡурай тажындай, Ҡояш нурҙарын сәсә. Йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәр. Нәҡ беҙҙең. . . Төҫө. Яҙғы көндәй матур. . . Яратам шуның өсөн! Башҡортостандың дәүләт тамғаларының береһе?
… Аҡ ҡабығы ҡыштың бөгөн шартланы, Алас- йолас кителә лә башланы, Йомортҡанан сығып килгән себештәй, . . . сәскә моронланы шатланып. Ҡояш ҡалҡты -. . . майҙай йомарлаҡ, Гәрәбәнән муйынсам да. . . -. . . , Алтын төҫлө бутҡам боҫрай өҫтәлдә, Алтын төҫтәге ярма бит- ул тары. Бәхет төҫө, туҡлыҡ төҫө – ул. . . . һағыш, яҡын килмә, кит ары. Ул ниндәй төҫ була ул?
. . . Уралымдың. . . һырттары, Итәгендә. . . сәскә, . . . Ҡыңғырау сәскәләре Тирә- яҡҡа нур сәсә. . төҫтә айыу баланы Беҙҙең баҡсала бешә. . Күлдәгем, . . . яулығым Үҙемә бик килешә. Һәҙиәгә ниндәй төҫ килешә?
. . . Таң ҡыйылған яҡ- көнсығыш, Ҡараһаң шунда, Һул яғында- төньяҡ булыр, Ә көньяҡ- уңда. Ҡояш батҡан яҡ көнбайыш Елкәңә ҡарай. Һине хәҙер. . . Тиеп Әйтһәңдә ярай.
Дини мәҙәниәт нигеҙҙәре һабаҡтары туҡталышы . . . Өләсәйем хәбәр һөйләйҒәжәпләнерлек уға: -Тәнде таҙартҡан ише, -, Йән дә мохтаж йыуыуға. Битте саям, ҡулды саям, Йыуынам мин иренмәй, Йәнде нисек йыумаҡ кәрәк. Ул бит күҙгә күренмәй? ! Кет- кет көлөп, өләсәйем Миңә былай аңлата: -. . . йәнде сафландыра, Йәнде- тәнде нимә таҙарта ?
Бала саҡ тураһында шиғырҙар туҡталышы
Өләсәйем. . . Йүткерә лә йүткерә бит, Ауырый ҙа балам, тип, Хәҙер яуыз был һыуыҡты Һинән тартып алам, тип, Өләсәйем мунса яҡты, Ап-аҡ ҡына мунсаһын. Төрлөһөнән һайлап алды. . . нең мул сағы. Мәтрүшкәле ҡайын. . . , Йәйектән торған. . . , Йүкә. . . , ерек. . . Кинәнеп мунса индек! Өләсәйем әй туҡманы, Ҡайыҙланы йүтәлде. Ҡайнар һауа, урман еҫе Теләгәне үтәлде. . . Ауырыуҙы мунсала нимә менән ҡыуалар ?
Әкиәттәр туҡталышы
. . . -Өләсәй, бынау хайуандырҙың арҡалары кәкре- бөкрө, шулай ҙур шешектәр сыҡҡанмы ул ? –тип ғәжәпләнеп һораны Асман, китабында. . . Һүрәтте күргәс. - Улар ауырыймы әллә? -Ейәненә бик ҡыҙыҡ нәмәләр һөйләп бирҙе өләсәһе был малҡай тураһында. -. . . ләрҙең һыртындағы тирелә бер йәки ике тоҡ кеүек үркәсе була. Былар ябай үркәс түгел, . . . не ашатып, эсереп тороусылар ул. -Ә-ә, белдем, һыуытҡыс кеүек нәмәләре икән. Беҙ ашамлыҡты шунда тултырып ҡуябыҙ ҙа, кәрәк сағында сығарып ҡына тотонабыҙҙа ҡуябыҙ. . . -Ниндәй хайуан аҙыҡты үҙе менән йөрөтә ? “Аҡ дөйә һәм Асмандың сүллектәге мажаралары”, ” “Күршеләр” әкиәттәре бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы.
Хикәйәләр туҡталышы
Сыйырсыҡ дауылы Әле генә ҡояш яҡтырта, йылы, тыныс ине. Ҡапыл ел сығып, ишек алдын гөжләтә башланы. Ҡайҙандыр пакеттар, ҡағыҙҙар осоп килеп төштө. Басалағы слива, муйыл, оҙонайып үҫкән сәскәләр ҙә ергә тиклем бөгөлдө хатта. -Әйҙә, тиҙерәк өйгә инәйек, - тип ҡабаландырҙы Асмандың өләсәһе. –Юҡһа үҙеңде лә аяҡтан йығыр был сыйырсыҡ дауылы. -Сыйырсыҡ дауылы? – тип ғәжәпләнде малай. –Ә нимә була ул? -Ә нимә булғанын хикәйәне уҡығас беләһең инде.
Балыҡ –. . . ? Ғәзизә хәреф таный башлау менән кистәрен һүҙ төҙөп уйнарға әүәҫләнделәр. “Кроссворд” тип атала икән был уйын. Хәреф яҙылған ваҡ ҡына шаҡмаҡтарҙы етешәрҙән бүлешеп алалар ҙа, бер- береһенән уҙҙырып һүҙ уйлайҙар. Ғәзизә олатаһы менән бергә уйнай – оло кешегә ярҙам итә. Бер көндө улар икәү һүҙ таба алмай оҙаҡ баш ваттылар. Өләсәһ Ғәзизәгә шым ғына бышылданы: -Уйла саҡ ҡына, уйла. Һеҙҙең хәрефтәрҙән балыҡ исеме төҙөп була. -Хәрефтәрен дә ҡарап тормай, ҡыҙыҡай ҡысҡырып ебәрҙе: -- Балыҡ? Ә ниндәй балыҡ икәнен хикәйәне уҡығас белерһең
Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ . . . Өйөрҙө ҡарай-ҡарай, яйлап ҡына уҙҙылар болон янынан. Ә алда урманға тиклем һап-һары булып балҡып ятҡан баҫыу күренде. Оҙон- оҙон һабаҡтарға тәрилкә элеп сыҡҡандармы ни! Етмәһә, барыһыла Һәҙиәләр килгән юлға ҡараған. Һанап та бөтмәле түгел. -Өләсәй, нимә үҫкән ул бында? !- тип хайран ҡалды ҡыҙыҡай. Йәгеҙ тиҙерәк әйтегеҙ, Һәҙиәгә ярҙам итегеҙ.
Кескәйҙәр Һөйләшә туҡталышы
Сумканың крокодил тиреһенән тегелгәнен ишеткәс: -Тиреһен һалдырғас, яланғас йөрөймө инде хәҙер? -Асман, 4, 5 йәш -Өләсәй, тауыҡ бит хайуан, эйеме ? -Эйе, хайуан. -Тауыҡ ите ашайбыҙ бит, тимәк, хайуан ите ашайбыҙ булып сыға. Ә ниңә ашайбыҙ уны? -Ит кәрәк бит беҙгә - Беҙ ҙә гепард кеүек йыртҡыс икән. . .
Хөрмәтле китап һөйөүселәр! Г. Ситдикованың “Ҡолонсаҡ- арғымаҡ булыр бер саҡ” китабын китапханаларҙа табырға мөмкин. Был китап балаларға ҙур бүләк.
лучшая книга.pptx