Презентация1 сарвар.pptx
- Количество слайдов: 24
Килдеғол ауыл китапханаһы “Төпкөлдән сыҡҡан шағир” Шағир Сәреүәр Ғәләүетдиновтың ижады буйынса виртуаль китап күргәҙмәһе
ШАҒИР ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ СӘРЕҮӘР ӘБҮТАЛИП УЛЫ
Сәреүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов 1950 йылдың 25 сентябрндә Бөрйән районының Ҡолғана ауылында тыуып үҫә. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Ҡолғана урта мәктәбендә тарих фәненән уҡыта, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй. 1993 йылда “Күңелемдә – эйәрле ат”, 1996 йылда “Алдаҡсы бүҙәнә”, 2001 йылда “Серҙәремде систем”, 2006 йылда “Моң тылсымы”, 2010 йылда “Былбылдар һайрағанда” исемле китаптары донъя күрҙе. Сәреүәр Ғәләүетдинов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, юғары категориялы уҡытыусы, 2005 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
БАЛАЛАР ӨСӨН КИТАПТАРЫ
Ғәләүетдинов, С. Ә. Алдаҡсы бүҙәнә [ Текст]: Йомаҡтар/ С. Ә. Ғәләүетдинов. Өфө: “Китап”, 1996. - 32 бит Башҡорт халҡының милли ашһыуҙары, һауыт-һабалары, эш ҡоралдары, йәнлек-ҡоштар, үҫемлектәр донъяһы тураһында автор шиғри йомаҡтар тәҡдим итә.
Ғәләүетдинов, С. Ә. Моң тылсымы [ Текст]: Шиғырҙар/ С. Ә. Ғәләүетдинов. - Өфө: “Китап”, 2006. - 32 бит. Кесе һәм урта йәштәге балалар өсөн шиғырҙар, йомаҡтар.
Ғәләүетдинов, С. Ә. Семәрле беләҙек=Ажурный браслет [Текст]: йомаҡтар/С. Ә. Ғәләүетдинов; рус теленә тәржемәсеһе Усманов Б. Н. . Өфө: Китап, 2015. - 80 бит. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, йәнлек-ҡоштар, үҫемлектәр донъяһы, башҡорт халҡының милли аш-һыуҙары, һауыт-һабалары тураһында автор шиғри йомаҡтар тәҡдим итә.
ШИҒЫРҘАРЫМ – ЙЫРҘАРЫМ, ШИҒЫРҘАРЫМ – МОҢДАРЫМ. ШИҒЫРҘАРЫМ – ТЫУҒАН ЯҠҠА ИЛТӘ ТОРҒАН ЮЛДАРЫМ. ШИҒЫРҘАРЫМ – ЕРГӘ ТАБАН АТЫЛҒАН ЙОНДОҘҘАРЫМ. ЕТЕ ТӨН УРТАЛАРЫНДА УЙЫЛЫП ЯТҠАН УЙҘАРЫМ.
Шиғыр яҙам ултырып, Аҡ ҡағыҙҙы тултырып. . .
Ғәләүетдинов, С. Ә. Күңелемдә эйәрле ат [ Текст]: Шиғырҙар/ С. Ә. Ғәләүетдинов. - Өфө: “Китап”, 1993. - 30 бит
Ғәләүетдинов, С. Ә. Былбылдар һайрағанда [Текст]: Шиғырҙар/ С. Ә. Ғәләүетдинов. - Өфө: Китап, 2010. - 184 бит. Сәреүәр Ғәләүетдинов был китабында тыуған илгә, ергә, тәбиғәткә, ата-әсәһенә, һөйгәненә булған һөйөүен, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын бәйән итә. Тормоштағы етешһеҙлектәрҙе юмористик һәм сатирик шиғырҙары аша ярып һала.
Ғәләүетдинов, С. Ә. Һиңә булһын [Текст]: Шиғырҙар/ С. Ә. Ғәләүетдинов. - Учалы, 2013. - 44 бит. Авторҙың был китабына шиғырҙары, арнауҙары, шулай уҡ уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар индерелгән.
Галяутдинов, С. Стихи [Текст] / С. Галяутдинов. // Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. - Уфа: Китап, 2007. 373 стр.
Тамырҙарым – тыуған ауылымда
Ғәләүетдинов С. Ә. Ауылым тарихы-халҡым тарихы: Документальпублицистик белешмә. Учалы: 2015. - 38 бит. Сәреүәр Ғәләүетдинов был китабын атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, пулеметсы Әбүталип Сәйетборхан улы Ғәләүетдиновтың яҡты иҫтәлегенә һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнай. Китап, документаль-публицистик белешмә булараҡ, киң ҡатлам уҡыусылар, уҡытыусылар, талиптар һәм уҡыусылар өсөн сығарылды.
ШАҒИР ТУРАҺЫНДА Ҡатыны Рәшиҙә менән Ғаилә менән тыуған тупһала
Сарвар Галяутдинов [Текст]//Писатели земли башкирской: Справочник / Сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. - Уфа, 2006. -С. 139 -140.
Бәшәров, Ф. Төпкөлдән сыҡҡан шағир[Текст]/Ф. Бәшәров//Башҡортостан. 2008. -10 июнь. - 4 -се бит.
Моң тылсымы ташламаһын [Текст] // Таң. – 2009. - 1 окт. - 3 -сө бит.
ФӘЙЗУЛЛИН, М. ЙӘШӘЙЕШЕ, ҒӘМЕ ШИҒЫРЫНДА, ЙӘНТӨЙӘГЕ ЙӘМЕ – ЙЫРЫНДА [ТЕКСТ] // ТАҢ. – 2016. - 26 ФЕВР. 4 -СЕ БИТ.
ШИҒЫРҘАРЫ РЕСПУБЛИКА БАҪМАҺЫНДА
ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН РӘХМӘТ! 2017 ЙЫЛ
Презентация1 сарвар.pptx