г.юнусова.pptx
- Количество слайдов: 22
Гөлфиә Юнысова Ижади портрет. Балалар әҙәбиәте. 401 төркөм студенттары Абдрашитова Ш. һәм Әбсәләмова А. эше.
Гөлфиә Юнысова
Гөлфиә Юнысова ( Иҙелбаева Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы) 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районының Һарыш ауылында тыуған. Тәүге шиғырҙары Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 5 - се класында уҡыған сағынан республикабыҙҙың “Пионер” (хәҙерге “Аманат”) журналында, “Башҡортостан пионеры”(хәҙерге “Йәншишмә”), Совет Башҡортостаны”( хәҙерге”Башҡортостан”) һәм район газеталарында донъя күрә башлай.
1 -се һанлы Раевка башҡорт мәктәбендә белем алғас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм 1971 йылда уны тамамлап сыға. Студент йылдарында уҡ йәш шәғирәнең балалар өсөн “Миңә бары өс кенә” һәм “Зәңгәр тубым” тигән шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә.
1970 – 1973 йылдарҙа( был һандар дөрөҫ: Г. Юнысова практика үткән осорҙа уҡ эшләй башлай) Сибай педагогия училещеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы вазифаһын башҡарған саҡта ла ижадын ташламай. Балалар өсөн “Яҙ хаҡында әкиәт”, “Тылсымлы бүләк” тигән китаптар сығара.
Гөлфиә Юнысова 1974 йылда, 26 йәшендә, СССР Яҙыусылар союзы ағҙаһы итеп алынды һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы итеп һайланды.
Шағирәнең шиғри шәлкемдәре Рәсәйҙең, яҡын һәм алыҫ сит ил халыҡтарының 25 теленә тәржемә ителде, уның 6 йыйынтығы рус телендә Мәскәү, 2 китабы ҡарағалпаҡ телендә “Нөкөс” китап нәшриәтендә һәм татарса Ҡазанда донъя күрҙе. Уның бер шәлкем шиғырҙары балалар өсөн яҙылған донъялағы иң һәйбйт әҫәрҙәр иҫәбенә “Просвещение”(Мәскәү) нәшриәте сығарған “Балалар әҙәбиәте буйнса хрестоматия”ға (1984 йыл), Башҡортостанда башҡорт, рус, татар телдәрендә донъя күргән байтаҡ дәреслектәргә һәм кластан тыш уҡыу китаптарына индерелгән. Гөлфиә Юнысованың лирик һәм балалар өсөн яҙылған шиғырҙарына 300 - гә яҡын ижад ителгән.
Уның пьесаһы буйынса А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштерелгән “Осоп булмай ҡанатһыҙ” музыкаль комедияһын тамашасылар яратып ҡабул итте.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының фәһемле публицистик мәҡәләләре йыш ҡына республика газетажурналдары биттәрендә сығып тора, радиотелевидение аша яңғырай.
Гөлфиә Юнысова 1973 – 1978 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” газетаһында хәбәрсе, “Пионер” журналында бүлек мөдире булып эшләне, ә 1978 йылдан 1999 йылға тиклем республикабыҙҙың ғаилә журналы “Башҡортостан ҡыҙы”нда баш мөхәррир вазифаһын башҡарҙы.
1990 – 1993 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты, Юғары Советы ағзаһы сифатында һәм 1999 – 2003 йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының Закондар сығырыу палатаһы депутаты булараҡ Башҡортостан мәнфәғәтен яҡлауҙа әүҙем эшләүсе республика вәкиләһе булып һайлаусылар хәтерендә ҡалды.
Әҙәбиәт, мәҙәниәт, журналистика, мәғариф өлкәһендә күрһәткән уңыштары өсөн шағирә, журналист һәм сәйәсмән Гөлфиә Юнысова: v СССР- ҙың “Почет Билдәһе” орденына, v “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙағәр хеҙмәттәре өсөн” билдәһенә, v Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, v “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличныгы” , Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты v Аҡмулла исемендәге премия лауреаты тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ғүмере буйына ҙур йәмәғәтселек эштәре алып бара. Ул – оҙаҡ йылдар инде Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағҙаһы, элегерәк рәсәй Яҙыусылар союзының идара ағҙаһы булды. Совет ҡатын- ҡыҙҙыр союзы рәйестәше, Башҡотостан ҡатын- ҡыҙҙары союзының идара ағҙаһы булараҡ, ғаилә, бала, ҡатын- ҡыҙҙыр мәнфәғәтен яҡлап байтаҡ изгелекле эштәр башҡарҙы. Йәмәғәтселек тормошондағы әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй яҙыусылар союзының һәм Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 2007 йылда Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова. Иҙелбаеваның исеме “Рәсәйҙең иң һәйбәт кешеләре” энциклопедияһына индерелде.
Гөлфиә Юнысованың баҫылып сыҡҡан китаптары Башҡорт телендә: v v v v Миңә бары өс кенә. Шиғырҙар. – Өфө, 1969 Зәнғәр тубым. Шиғырҙар. – Өфө, 1971 Яҙ хаҡында әкиәт. Әкиәттәр һәм хикәйәләр. – Өфө, 1973 Тылсымлы бүләк. Шиғырҙар. – Өфө, 1975 Ҡояшлы иртә. Шиғырҙар. – Өфө, 1977 Борғо саҡыра. Шиғырҙар. – Өфө, 1979 Бәпембә. Шиғырҙар. – Өфө, 1982 Буҙ турғай йыры. Шиғырҙар. – Өфө, 1983 Өмөтөмдән юғалма. Шиғырҙар. – Өфө, 1990 Юлдар ҡайҙа илтә? Әкиәттәр һәм хикәйәләр. – Өфө, 1991 Ҡунаҡта. В гостях (башҡортса, русса). Шиғырҙар. – Өфө, 1995 Йылғыр тупҡайым. Шиғырҙар. – Өфө, 1996 Аҡ ямғыр. Шиғырҙар. – Өфө, 1998 Һандуғас моңо. Шиғырҙар. – Өфө, 1998 Донъя менән танышам. Шиғырҙар. – Өфө, 2001
v. Тәнәфес. Балалар өсөн йырҙар. – Өфө, 2001 v. Йәйғор. Шиғырҙар. – Өфө, 2003 v. Балаларға йөҙ йыр. – Өфө, 2003 v. Дуҫлыҡ ҡайҙан башлана? Әкиәт. – Өфө, 2005 v. Мөғжизәле сәйәхәт. Шиғырҙар. – Өфө, 2005 vҒүмер юлы. Шиғырҙар һәм йырҙар. – Өфө, 2008
Татар телендә: v. Серле утрау. Шигырьләр. – Ҡазан, 2004 v. Дуслык кайлан башлана? Әкият. – Өфө, 2005
Рус телендә: v Голубой мячик. Стихи. –Уфа, 1976 v Песня березки. Стихи. – Москва, “Малыш”, 1979 v Дома улыбаются. Стихи. – Москва, “Детгиз”, 1980 v По солнечной радуге. Стихи. – Москва, “Молодая гвардия”, 1985 v Праздник памяти. Стихи. – Уфа, 1986 v Наша песня. Стихи. – Москва, “Советская Россия”, 1986 v Надежда. Стихи. - Москва, “Современник”, 1987 v Солнечный остров. Стихи. – Уфа, 1998
Ҡарағалпаҡ телендә: vҠоңырау. – “Нөкөс”, 1979
Осоу Ҡар тауынан саңғы менән Эй, еләмен түбән таба, Битте елдәр һыйпап ала, Табанда ҡар шыжлап ҡала. Алда бер ни ҙә күренмәй, Юл да ап-аҡ, күк тә ап-аҡ. Аҡ болоттар араһынан Осоп барам һымаҡ.
Таҡта янына сыҡҡас Уҡытыусы һорау биргәс, Бар класс тынып ҡала. Сабыр ғына ҡул күтәрә Дәресте белгән бала. Әхәт кенә ҡысҡырына, Урында сыҙый алмай. Тәртипте лә онота ул, Дуҫтарын да һанламай. . Уҡытыусы әйтә ахыр: -Йә сыҡ, Әхәт, таҡтаға, Бөгөн үткән ҡағиҙәне Хәҙер аңлатып ҡара. Нимә булды был Әхәткә? Туҡтауһыҙ тамаҡ ҡыра: Дуҫтарынан ярҙам көтөп, Мөлдөрәп ҡарап тора.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
г.юнусова.pptx