Презентация Microsoft Office PowerPoint (5).pptx
- Количество слайдов: 5
Донъябыҙҙан ни ҡала? Төйәгемә күҙ ташлаһам, Хәсрәттәрем ҡуҙғала, Зифа ҡамышын һарғайтып, Һыуҙар кәмей йылғала, Эсер һыуҙар ҡороһа, Донъябыҙҙан ни ҡала? Урал күкрәген ағыулап, Әсе төтөн айҡала, Завод һөрөмдәрен йотоп, Ҡан төкөрә Аҡ ҡала, Һулар һауала булмаһа, Донъябыҙҙан ни ҡала? Таш-ҡаялар аҡтарыла, Тауҙар ауыр тын ала, Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар Күҙ алдында юғала, Атайсалдыла юғалтһаҡ, Моңобоҙҙо ла юғалтһаҡ, Динебеҙҙелә юғалтһаҡ, Телебеҙҙелә юғалтһаҡ, Донъябыҙҙан ни ҡала?
Экологик турнир Ер планетаһы – беҙҙең өй.
Урманда үҙеңде нисек тоторға: - ҡоштарҙың ояларына теймәҫкә - ҡырмыҫҡаларҙың иләүҙәренә теймәҫкә -болон сәскәләрен өҙмәҫкә -урманда шауларға ярамай -урмандағы хайуандарҙы өйгә алып ҡайтмаҫҡа -урманда, ҡырҙа сүп-сар ҡалдырмаҫҡа -өлкәндәрһеҙ ут яҡмаҫҡа
Экологик тест 1. Сүп-сарҙың күплеге буйынса ҡайһы ҡала донъя рекордсмены: а)Мәскәү б)Лондон в)Нью-Йорк 2. Ниндәй сүп-сар Ер шарының күп өлөшөн баҫып алған: а)пластмасс б)быяла в)металл
3. Пластмасс күпме ваҡытта юҡҡа сыға? а)100 йыл б)500 йыл в)300 йыл 4. Тәмәкенән фильтр күпме ваҡытта юҡ була? а)50 йыл б)30 йыл в)100 йыл 5. Нисә килограмм макулатура 1 ағасты һаҡлап алып ҡала? а)1000 кг б)100 кг в)10 кг 6. Консерва банкыһы күпме ваҡытта юҡҡа сыға? а)50 йыл б)90 йыл в)30 йыл
Презентация Microsoft Office PowerPoint (5).pptx