Бухарбаева Т., Кильдиярова А. .pptx
- Количество слайдов: 27
Башҡорт халыҡ әкиәте Етем төлкө
Бер заман, яҙ көнө, айыу, бүре, эт, ҡуян бергә осрашҡандар. Ҡыш көнө һалҡында аҙыҡ табыуы ҡыйын булды, тип зарланышҡандар, ти, былар.
Бергә торайыҡ, еңелерәк булыр Бөтәһе лә шуға риза булып, урман эсендәге бер аҡланға бәләкәй генә өй һалғандар ҙа бергә тора башлағандар.
Ҡышҡа әҙерләнергә ваҡыт, дуҫтар. Беҙгә һыйыр һатып алырға кәрәк. Уны көтөп ашатып, һөтөн һауып, ҡаймағын бешһәк, ҡышҡылыҡҡа берәр батман майыбыҙ булыр.
Бүре, эт, ҡуян айыуҙың был кәңәшен хуп күргәндәр. Шул көндө үк баҙарға барып, үҙҙәре тотоп ашаған йәнлектәрҙең тиреләрен һатҡандар ҙа шунан килгән аҡсаға һыйыр һатып алғандар. Эт көн һайын һыйырҙы аҡланға сығарып көткән. Бүре кис менән һөтөн һауып ала торған булған. Ҡуян һыйырға яҡшыраҡ үләнле ерҙе күрһәтеп йөрөгән, айыу бөтә хужалыҡ эштәрен башҡарған. Йәй шулай эш менән үткән.
Көҙгә инде былар бер батман һары майлы булғандар. Был майҙы өй башына, ҡыйыҡ аҫтына ҡуйырға кәрәк. Хәҙергә майға берәү ҙә теймәһен. Ҡыш еткәс, аҙлап-аҙлап ҡына алырбыҙ ҙа, майға картуф ҡурырбыҙ.
Шунан былар дүртәүләп һары май тултырылған батманды өй башына күтәрен мендергәндәр ҙә ҡыйыҡ аҫтына йәшереп ҡуйғандар.
Бер көндө кис менән былар сәй эсеп ултыралар икән, кемдер берәү тәҙрә сирткән. Өйгә ҡулына ҡомған тотҡан төлкө килеп ингән дә эйелеп-бөгөлөп. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарым! Хәйерле кис! Мин яҡты донъяла япаяңғыҙ ҡалған үкһеҙ етеммен. Мине лә үҙегеҙҙең араға алһағыҙсы! Ярар, һине үҙебеҙҙең араға алыуалмау тураһында бөгөн һөйләшербеҙ. Иртәгә яуабын алырға килерһең.
Был төлкө әҙәпле генә, баҫалҡы гына күренә. Үҙебеҙҙең янға алайыҡ әйҙә. Шулай итеп, төлкө улар менән бергә йәшәй башлаған. Ул үҙен бик әҙәпле тотҡан, бөтәһенең дә һүҙен тыңлар, ни ҡушһалар, шуны эшләр булған. Айыуға, бүрегә, эткә генә түгел, хатта ҡуянға ла ярарға тырышҡан.
Күп тә үтмәй, төлкө ҡыйыҡ аҫтында бер батман май йәшерелгәнде белеп алған. Төлкө, май тиһәң, үлеп бара бит инде. Ул майҙы үҙе генә ашар өсөн хәйлә эҙләй башлаған. Күп баш вата торғас, ул хәйләһен дә тапҡан. (Шуның өсөн дә хәйләкәр төлкө, тиҙәр уны!) Кистәрҙән бер кисте төлкө һылтау итеп, ҡапҡа ныҡ бикләнгәнме икән тип, тикшереп килергә булған. Шул ерҙә ул урамға сығып тәҙрә сирткән дә, ят тауыш менән әйткән ти.
Етем төлкө өйҙәме? Өйҙә, өйҙә, хәҙер тыштан инер. Ярар, әйтербеҙ. Ингәс тә әйтегеҙ уға, хәҙер үк беҙгә яңы тыуған бурһыҡ балаһына исем ҡушырға барһын!
Төлкө белмәмешкә һалышып өйгә ингән. Төлкөкәй, яңы ғына берәү килеп һине бурһыҡ балаһына исем ҡушырға саҡырҙы Улай булғас, барырға кәрәк Йылдам ғына йыйынған да ул өйҙән сыҡҡан.
Өйҙө бер түңәрәтеп әйләнгәндән һуң, һаҡлыҡ менән генә өй башына һикереп менгән дә батман тулы майҙы ашай башлаған. Туйғансы ашаған ул. Төлкө шунда ятып бер аҙ ял иткән дә өйгә кире ингән. Йә, нимә менән һыйланылар үҙеңде? Ҡурылған ҡаҙ, тултырылған тауыҡ, һары май менән
Ниндәй исем ҡуштың? Башбала
Икенсе көндө Миңә тағы ла исем ҡушырға барырға кәрәк. Үҙе тышҡа сығып, өй башына менгән дә майҙы батмандың яртыһына төшкәнсә ашаған. Ул өйгә кире ингән. Яңы тыуған балаға ниндәй исем ҡуштың? Уртансы
Өсөнсө көндө лә төлкө, хәйләһен табып, өй башына менгән. Был юлы инде майҙы бөтөргәнсе ашаған. Батманды таҙартҡансы ялаған да өйгә ингән. Йә, ниндәй исем ҡуштың? Кинйә
Ҡыш килеп еткән. Йә, дуҫҡайҙарым! Бер аҙ май алып инеп, картуф ҡурырға кәрәк Ҡана, ҡурайыҡ Бар, төлкө, һин бер аҙ май алып ин.
Бөтәһе лә тышҡа сыҡҡандар. Төлкө стена буйлап өй башына менә башлаған да кире ҡолап төшкән. Бик бейек икән шул, мин унда менә алмайым Эт төлкөгә ярҙам итергә булған. Елкәһенә баҫтырған да өй башына мендергән.
Бында бер төрлө лә май юҡ! Буш батман ғына бар. Төлкө буш батманды түбәнгә тәгәрәтеп төшөргән.
Был майҙы ниндәй оятһыҙы ашаған икән? Хәҙер үк табырға кәрәк ҡараҡты! Ҡараҡты нисек табырға тип, оҙаҡ ҡына уйлашҡандар улар. Ҡана, ҙур итеп ут яғайыҡ та үҙебеҙ шуны тирәләп ултырайыҡ. Майҙы кем ашаған булһа, ут ҡыҙыуынан уның эсендәге майы иреп тышҡа сығыр.
Шулай итеп, ут яғып ебәргәндәр былар. Ут янында ултыра торғас, улар йылыныуҙан ойоп йоҡоға киткәндәр. Ҡыштың тәүге һалҡын көндәре булғанлыҡтан, айыу бөтәһенән дә ҡатыраҡ йоҡлаған. Төлкө генә керпек тә ҡаҡмаған. Шул ерҙә ул үҙенең бөтә тәне буйлап май һарҡып сыға башлауын күргән, һиҙеп ҡалһалар, миңә яҡшылыҡ булмаҫ, тип ҡурҡҡан. Ҡорһағына сыҡҡан майҙы ҡомғанына йыйып барған, шунан уны айыу өҫтөнә илтеп ҡойған.
Йоҡоларынан уянып ҡараһалар, барыһы ла ҡоп-ҡоро, ә айыуҙың бөтә тәне майға мансылған, ти. Майҙы бына кем ашаған икән! Ашыҡмағыҙ! Бында ниндәй ҙә булһа хәйлә бар! Утты тағы ла ҡыҙыуыраҡ яғырға ла ҡайтанан һынап ҡарарға кәрәк.
Бөтәһе лә быға риза булған. Ут яғырға кәрәкмәй, былай ҙа айыу ағайға бик эҫе бит! Төлкөнөң һүҙен тыңламайынса, тағы ла ут яҡҡандар ҙа, бөтәһе лә түңәрәтеп ултырған. Айыу, үҙенең ҡышҡы ғәҙәте буйынса, тағы ла хырылдап йоҡоға киткән. Ә бүре, эт, ҡуян юрамал йоҡлағанға һалышҡандар. Төлкөнөң тағы ла майы һарҡып сыға башлаған.
Төлкө, башҡа йәнлектәрҙең йоҡлағанын күргәс тә, тағы ла үҙенән сыҡҡан майҙы ҡомғанына тултырып алып, айыу өҫтөнә ҡоймаһынмы! Бүре, ҡуян, эт быны күреп кенә ҡалғандар ҙа төлкөгә ташланғандар. Бына ҡайҙа икән ул ҡараҡ! Етмәһә, йыуаш ҡына бер етем булып ҡыланды!. .
Был шау-шыуға айыу ҙа уянған. Уға булған хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәндәр. Мин майҙың тамсыһын да ашағаным юҡ! Шул ерҙә бөтәһе лә төлкөнөң яғаһынан алып бәйләгәндәр ҙә, утты тағы ла ҡыҙыуыраҡ яғып, уны ут өҫтөндә тотҡандар. Ә май ут өҫтөнә аға ғына биргән.
Хәҙер үк үксәңде ялтырат бынан! Эҙең дә булмаһын! Беҙҙең арала һиңә урын юҡ! Төлкө ҡомғанын алған да башы һуҡҡан яҡҡа олаҡҡан, ти.
Шуның менән әкиәтебеҙ тамам
Бухарбаева Т., Кильдиярова А. .pptx