Казнабаева Гульназ..pptx
- Количество слайдов: 10
Башҡорт әҙәбиәтенең асылы, маҡсаты һәм бурыстары
Башҡорт әҙәбиәтенең асылы Әҙәбиәт предметын уҡытыу бала мәктәпте уҡып сыҡҡас та әҙәбиәтте уҡый, аңлай, анализлай белһен, уның ярҙамында рухи камиллашһын өсөн кәрәк. Был иһә баланың сәнғәт өлкәһендә генә түгел, ғөмүмән, берәй нимәгә ҡарата үҙ фекерен, үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен булдырырға, уны иҫбатлай һәм яҡлай алырға өйрәтә.
Башҡорт әҙәбиәтенең маҡсаттары Әҙәби белем һәм мәғлүмәт биреү Әҙәби әҫәрҙе аңлау һәм тикшереү Тәрбиә Телмәр үҫтереү (яҙма һәм һөйләү телмәре, телмәр мәҙәниәте) Фекерләүгә өйрәтеү (логик һәм образлы)
Башҡорт әҙәбиәтенең бурыстары • Әҙәбиәткә мөхәббәт уятыу, китап менән ҡыҙыҡһындырыу • Уҡыусыларҙың һөйләм һәм яҙма телен үҫтереү • Тормошҡа әҙерләү • Әхләки тәрбиә биреү • Эстетик культура, зауыҡ тәрбиәләү • Уҡыусылырҙа милли рух, үҙ халҡының әҙәбиәтенә ихтирам хистәре трбиәләү
Әҙәбиәткә мөхәббәт уятыу, китап менән ҡыҙыҡһындырыу Был бурыс балаларҙы китап уҡырга өйрәтеү, күнектереү тигәнде белдерә. Сәнғәтте аңлау өсөн уны яратырға, даими танышып торорга, ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Китап уҡымайынса ғына әҙәбиәтте тойоп, кисереп булмай, һәр уҡыған китап кешене әҙәбиәткә яҡынайта, тимәк, уҡыусының эске донъяһы тьәҫир итә. Мәктәптә әҙәбиәт укытыу — китапҡа мөхәббәт төрбиәләү ул.
Уҡыусыларҙың һөйләм һәм яҙма телен үҫтереү Мәктәптә был бурыс өҫтөндә һәр дәрестә эшләнә. Барлыҡ фән уҡытыусылары ла баланың һөйләмен күҙәтә, Яңы һүҙҙәр аңлата, яуапты төҙәтә. Шулай ҙа бары тик әҙәбиәт дәрестәрендә генә һөйләм үҫтереү бурысы сәнғәт закондарына таянып башҡарыла.
Тормошҡа әҙерләү Әҙәбиәт аша уҡыусы башҡаларға иғтибарлы булырға, кеше күңелен яраламаҫҡа, йәмғиәттә үҙ урынын табырға өйрәтә. Әҫәрҙәр нисек йәшәргә һәм ниндәй булырға юл күрһәтә. Уларҙа кешелектең тормош тәжрибәһе, рухи әҙләнеүҙәре, фекер, аҡыл байлығы һаҡлана.
Әхлаҡи тәрбиәтәжрибәһе булдырыу өсөн иң биреү Әҙәбиәт дәрестәре балала әхлаҡ тура юл булып һанала. Сөнки әҙәбиәттең эстәлеге әхлаҡи ҡиммәттәрҙе күрһәтеү һәм раҫлау менән бәйләнгән. Мәктәптә әхлаҡ тәрбиәһе — бөгөнгө тормош-көнкүреш өсөн кәрәк булған кешелек сифаттары тәрбиәләү, бөгөнгө йәшәеш өсөн мөһим ҡағиҙәләргә таянып йәшәү хаҡында мәғлүмәт биреү ул. Был эш әҙәби әҫәр өйрәнеү-анализлау барышында алып барыла.
Эстетик культура, зауыҡ тәрбиәләү Эстетик культура төшөнсәһе үҙ эсенә тормоштағы, сәнғәттәге, тәбиғәттәге, көнкүрештәге, хеҙмәттәге, эш-ғәмәлдәрҙәге матурлыҡҡа һәм йәмһеҙлеккә белгеле бер мөнәсәбәт булыуҙы һәм үзенең хистәрең менән идара итә алыуҙы, сәнғәтенең һәм ысынбарлыҡтың камиллығын, матурлығын аңлауҙы һәм белеүҙе, сәнғәт әҫәрҙәрен бәйләй алыуҙы, тормошто матурлыҡ закондарына таянып ҡороу теләген ала.
Уҡыусылырҙа милли рух, үҙ халҡының әҙәбиәтенә ихтирам хистәре тәрбиәләү Әҙәбиәт — милләттең ижад хазинаһы, ул үҙенә халыктың зирәк аҡылын, тәжрибәһен, һәләтен, хисен, хыял-өмөттәрен, донъяға ҡарашын һәм тормошто аңлауын, йәшәү рәүешен — барыһын да йыйнап килгән. Ошо байлыкты күрһәтә белеү балаларҙа үҙ милләтенең әҙәбиәте менән ғорурланыу, уға һоҡланыу аркылы алып барылырға тейеш. Әҙәбиәт дәрестәрендә был бурыстың алға сығыуы — туған телгә, милли тарихҡа, сәнғәткә, милләткә мөхәббәт тәрбиәләү тигән һүҙ ҙә.
Казнабаева Гульназ..pptx