
вов баш..pptx
- Количество слайдов: 14
Бөйөк Ватан һуғышының төп алыштары Выполнил студент: Бочкарев Д. 2 -газ-4
Фашист ғәскәрҙәренең юлында беренсе ҡаршылыҡ Брест крепосы була. 22 июндә 3: 15 сәғәттә крепость артиллерия утына тотола, 3: 45 сәғәттә штурм башлана. Гарнизон берҙәм ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, бер нисә айырым үҙәккә бүленә. 24 июндә кисен немецтар Волын һәм Тересполь нығытмаларын алалар, ә гарнизондың ҡалған өлөшөн төнөн Цитаделгә күсерәләр. 26 июндә Цитаделдең һуңғы оборона участкаһы еңелә, 30 июндә— Көнсығыш форты. Ошоноң менән ойошҡанлы ҡаршылыҡ күрһәтеү бөтә; тик бернисә ҡаршылыҡ усағы һәм яңғыҙ һуғышсылар ғына ҡала. Крепоста ошондай яҙыу бар: «Я умираю, но не сдаюсь. Прощай, Родина. 20. VII. 41 г. » Шаһиттар күрһәтеүе буйынса, крепоста атыш август башына тиклем ишетелгән.
Смоленск алышы — совет ғәскәрҙәренең Мәскәү йүнәлешендә немецтарҙың «Үҙәк» армияһы группаһы һәм «Төньяҡ» армияһының өлөштәренә ҡаршы оборона һәм һөжүм итеү комплексы. Ике ай дауамында (1941 йылдың 10 июленән 10 сентябргә тиклем) ҡаты һуғыштар ҙур территорияла бара: фронт буйынса 600— 650 км һәм 200— 250 км төпкөлгә
Смоленск алышы бер нисә айырым алыш һәм операцияны үҙ эсенә ала: -Полоцк оборонаһы -Смоленск оборонаһы -Бобруйск алышы -Могилёв оборонаһы -Гомель оборона операцияһы -Ельнинск операцияһы -Духовщинск операциюһы -Рославль-Новозыбковск операцияһы -Великолукск алышы
Одесса оборонаһы 1941 йылдың Одесса оборонаһы — 1941 йылдың 5 август — 16 октябрь айҙарында Айырым Приморье армияһы ғәскәрҙәре (генераллейтенант Г. П. Софронов, 5 октябрҙән — генерал-майор И. Е. Петров), Одесса хәрбидиңгеҙ базаһы көстәре (контрадмирал Г. В. Жуков)һәм Ҡара диңгеҙ флоты (вице-адмирал Ф. С. Октябрьский), ҡала халҡының актив ҡатнашлығында 4 -се румын армияһына (генерал Николае Чуперка) ҡаршы тороу. Оборона ваҡытында, 19 августа, Одесский оборонительный район (ООР) ойошторола.
Оборонаның беренсе көндәре • Приморье армияһы частарына Одессаны һуңғы мөмкинселеккә тиклем һаҡларға приказ бирелә. 5 августа ҡала өсөн һуғыштар башлана. 8 августа Одессаның ҡамау хәлендә икәнлеге иғлан ителә. 10 августҡа тиклем Приморье армияһы ғәсҡәрҙәре ҡалаға килеп ингән ерҙәрҙәге һуғыштар алып бара, ә һуңынан ҡала оборонаһының алғы рубежына күсә.
«Одесса оборонаһы өсөн» миҙалы Одессаның батырҙарса оборонаһы мемориалы
Севастополь оборонаһы һәм Ҡырым өсөн һуғыш (12 сентябрь 1941 — 9 июль 1942) — Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымда совет һәм немец ғәскәрҙәре тарафынан алып барылған хәрби эшмәкәрлек.
«Севастополь оборонаһы өсөн» миҙалы
Сталинград һуғышы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград ҡалаһы өсөн барған һуғыш иң масштаблы, иң күп ҡан ҡойолған алыш булып иҫәпләнелә, унан һуң немец ғәсҡәрҙәре үҙҙәренең стратегик инициативаһын бөтөнләйгә юғалта
10 июль 1941 йыл Ленинград оборонаһы башланыуы
Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем һуҙыла
вов баш..pptx