С. Юлаев Р,Расиховна.ppt
- Количество слайдов: 45
Автор : Самарбаева Гүзәлиә Рәсих ҡыҙы Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы 64 -се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, туған телдәр буйынса директор урынбаҫары
Салауат Юлаев. Рәссам З. Тархан Малаяҙ, июнь, 1991 йыл.
Салауат ниндәй булған? 1775 йылда төҙөлгән бер документта (“Именная опись”, Крестьянская война 1773 -1775 гг. На территории Башкирии, сборник документов, Уфа, 1975, с. 336) Салауаттың төҫ-һыны ошолай һүрәтләнгән: “… ростом двух аршин четырех вершков с половиною волосом черен, глаза черные. На левой щеке рубец, бит кнутом, ноздри рваные, на лбу и на щеках указные значки…”
С. Юлаевтың тәүге бюсы тураһында: М. В. Нестеров исемендәге художество музейының инвентарь кенәгәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, скульптура 1926 йылдың 16 мартында Мәскәүҙәге Башҡортостан вәкиллеге аша Фрих-Харҙан һатып алынған булған. «Салауат» ике тапҡыр Башҡортостандан ситтә йөрөп килә. 1927 йылда Италияла була һәм 1973 йылда скульпторҙың 80 йәшлек юбилейына бағышланған күргәҙмәлә
Салауат Юлаевтың тәүге бюсы. Артыҡ ҙур булмаған, 70 см тирәһендәге ағас бюст. Скульптор Фрих-Хар И. Г.
Салауат образы өҫтөндә 1945 йылдан башлап скульптор Тамара Павловна Нечаева ла эшләй. Был талант эйәһе Ленинградтан Өфөгә 1941 йылда күсеп килә. Бында әсәһенең ике туған ағаһы, аҡһаҡал рәссамдарҙың береһе Анатолий Петрович Лежнев йәшәгән була. Әйткәндәй, Тамара Нечаева Салауат образы менән тәүләп А. П. Лежнев картинаһы аша таныша. 1941 -1943 йылдар эсендә Т. П. Нечаева Салауат темаһына күп һәм емешле эшләй. 1952 йылда Т. Нечаева Салауат батырҙың иң тәүге бронза бюсын яһай. Әлбиттә, ул гипс моделе буйынса эшләнә. Бөтәһе өс бронза һәйкәл ҡойола. Береһе Салауат паркына (Н. К. Крупская исемендәге парк) урынлаштырыла. Ул аҙаҡтан Янғантау курорты зонаһына күсерелә. Икенсеһе лә шулай уҡ батырҙың тыуған яғы – Салауат районында, ә өсөнсөһө 1967 йылда Салауат ҡалаһы паркына ҡуйыла.
Салауат Юлаев. 1952 йыл. Бронза. Тамара Нечаева.
Т. Нечаева Палдиски ҡалаһында ҡуйыласаҡ Салауат Юлаевтың бюсын эшләгәндә уның копияһын да эшләй. Икенсе бюст Пушкин урамында булырға тейешле Әҙәбиәтселәр аллеяһына ҡуйылырға тейеш була. Әммә бюст Т. Нечаеваның оҫтаханаһында ҡала. 1992 йылда Палдискиҙағы Салауат Юлаевтың бюсы урланғас, уның копияһын алып барып ҡуялар.
Эстонияның Палдискиҙа (элекке Рогервик ҡалаһы) ҡуйылған Салауат батыр бюсы. Авторы Т. Нечаева. Һәйкәл 1989 йылда асылған.
Рогервик ҡалаһына Салауат Юлаевтың тәүге бюсын автобус менән, заманында Юлай менән Салауатты Башҡортостандан Рогервикка оҙатҡан маршрут буйынса алып баралар: Өфө - Минзәлә Ҡазан – Сыуашстан ере – Түбәнге Новгород – Мәскәү – Тверь – Бөйөк Новгород – Псков – Таллин - Палдиски
Салауат Юлаев һәйкәле. Скульпторы Сосланбәк Тавасиев.
БАШҠОРТОСТАН ӨЛКӘ КОМИТЕТЫНЫҢ “Салауат Юлаевҡа һөйкәл ҡуйыу тураһында” бюро ҡарары Героиканы һәм башҡорт халҡының тарихи үткәнен художестволы-архитектура әҫәрҙәрендә һүрәтләү һәм Бөйөк Ватан һуғышы көндәрендә улдарында Ватанға тоғролоҡ тойғоһон тәрбиәләү, шулай уҡ киләсәк быуындарға халыҡтың иң яҡшы йолаларын үҙләштереү һәм биреү маҡсатында Өфө ҡалаһында башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйырға. Дәүләт комиссияһының скульптура эскизын (һыбайлы статуя) ҡабул итеү тураһындағы ҡарарын һәм һөйкәлдең урынын (Шишмә урамының көньяҡ осо; Ағиҙел йылғаһы буйына төшкән убала; Балтик диңгеҙе өҫтөнән 187, 00 метр абсолют кимәлдә) ҡабул итергә. Архитектура өлөшө буйынса проект эштәрен һәм скульптураның эш моделын төҙөүҙе БАССР-ҙың 25 йыллығына тамамларға. ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетынан ошо ҡарарҙы ҡабул итеүҙе һорарға ВКП(б)-ның Өлкә Комитеты секретары С. Игнатьев. 12 октябрь, 1943 йыл.
Салауат Юлаев һәйкәле Рәсәйҙәге атлы һәйкәлдәр араһында иң ҙуры. Уның бейеклеге 9. 8 метр, ауырлығы 40 тонна.
Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Баҡырҙан. Өфө. 2000 Скульптор Хәбибрахмано в Х. М.
Салауат Михельсон ғәскәренә ҡаршы. 1941 й. Лежнев А. П.
Салауаттан һорау алыу. 1955 й. Кузнецов А. А.
Алексей Алексадрович Кузнецовҡа “Салауаттан һорау алыу” картинаһын эшләгәндә Салауат образын һынландырырға иң тәү сиратта Әмир Мөбәрәков, медицина институты талибы һәм кореец Коля Хан ярҙам итә.
Ҡурай тураһында легенда. 1961 й. Кузнецов А. А.
Тыуған ил менән хушлашыу. 1990 й. Лотфуллин А. Ф.
Саҡырыу. 2003 -2004 й. Гаянов И. И.
М. Н. Арыҫланов. «Салауат менән Пугачев»
“Салауат” Ғ. Мостафин
“Салауат портреты”. Р. М. Нурмөхәмәтов
Салауаттың йорто 1961 й. Тюлькин А. Э.
Яралы ҡарлуғас. 1990 й. Ерғәлиев Ф. Р.
Салауаттың мәмерйәһе. 1990. Бурзянцев А. Д.
“Салауат Юлаев” романының яҙылыу тарихы С. Злобиндың “Салауат Юлаев”ы – нәфис әҙәбиәттә башҡорт халҡының легендар геройының тормошон һәм хәрби юлын тулы һәм дөрөҫ яҡтыртҡан беренсе роман.
Тәүҙә Степан Злобин Салауат тураһында поэма яҙырға ҡарар итә. С. Юлаев тураһындағы поэманың йөҙгә яҡын юлын яҙғас, С. Злобин: “ 1924 йыл, июль-август – Салауат тураһындағы иң тәүге уй” – тип билдәләй. Алда яҙыусыны әҫәрҙең тәүге редакцияһы өҫтөндә тағы ла биш йылға яҡын эш көткән була.
Китап донъя күргәндә уның авторына 25 йәш кенә була. Степан Злобинды яҡындан белгән башҡорт яҙыусылары уны бына нисек баһалаған: “Автор, баҫалҡылыҡ һаҡлап, был әҫәрен “повесть” тип атай, дөрөҫө - роман ул, күп планлы роман” (Баязит Бикбай) Әҫәр 1929, 1941, 1953 йылдарҙа донъя күрә һәм 1962 йылда сыҡҡан баҫма иң һуңғыһы һанала.
Поэзия өлкәһендә беренселәрҙән булып Шәйехзада Бабич “Салауат батыр” тигән шиғырын ижад итә. Автор батырҙы “ҡандай бәһлеүән” итеп күрә һәм уны тиңһеҙ арыҫлан менән сағыштыра.
Драматургия өлкәһендә тәүгеләрҙән булып Ф. Сөләймәнов “Салауат” драмаһын Стәрлетамаҡта йәшәгән саҡта ижад итә. Әҫәр матбуғатта баҫылып сыҡмаған. Башҡортостанда ҡульяҙма, ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп, юғалған. Ә шулай ҙа текстың бер данаһын Ф. Сөләймәнов үҙе менән Төркиәгә алып киткән булған. Ул уның шәхси архивында һаҡлана. 1996 йылда иһә ул Өфөлә сыҡҡан “Башҡорт йәйләүендә” тигән китабында урын ала.
Проза жанрында ижад ителгән тәүге әҫәр – Хәбир Әбдрәшитовтың “Салауат” хикәйәһе. Был әҫәр “сәсән” журналының 2, 3, 5, 8 -10 -сы һандарында 1926 йылда баҫтырыла. Хикәйә композицион төҙөлөшөнә аҙ тура килгән “көрәштең аҙаҡҡы көндәрендә”, “Эҙләйҙәр” тигән ике бүлексәнән тора. (Роза Нафиҡова, Йәшлек, № 68, 2004 йыл. )
Салауат хаҡындағы беренсе фильмға сценарийҙы Гребнер яҙа, тик, үкенескә күрә, ул ҡуйылмай. Күренекле кинодраматург Г. Э. Гребнер 19291930 йылдарҙа Салауат тураһындағы тауышһыҙ фильм өсөн сценарий өҫтөндә мауығып эшләй. “Салауат” сценарийы – машинкала баҫтырылған 85 бит. Сценарий ете киҫәктән һәм эпилогтан тора, беренсе киҫәге – пролог. Пролог 1739 йылғы ваҡиғаларҙы хикәйәләй, икенсе өлөштә - Салауаттың бала сағы, өсөнсөһөндә - йәшлеге, дүртенсеһендә яу ҡубыуы (1773 йылдың көҙө); үҙәк ваҡиғалар бишенсе, алтынсы, етенсе киҫәктәрҙә күрһәтелә, эпилогта – 1774 йылдың ҡышы, Салауаттың тотолоуы… “Салауат” фильмы сценарийы хуплау тапһа ла, тауышлы кино эпохаһы башланыу сәбәпле, ҡуйылмай ҡала. (Йәшлек, № 70, 2004 йыл)
Башҡорттар тынысланманы, 1741 йылғы язалап үлтереүҙәр ваҡытында ҡасып ҡалған ҡарт фетнәселәре Юлай үҙенең улы Салауат менән улар араһына килеп сыҡты. Бөтә Башҡортостан баш күтәрҙе. Һәм афәт тағы ла ҡеүәтлерәк көс менән ҡыҙып китте. А. С. Пушкин.
Ғаилә, тәбиғәт һәм мәктәп Салауаттың тәрбиәселәре булды; шулар йоғонтоһонда уның көсө, һәләте үҫә һәм буласаҡ геройҙың характерына нигеҙ һалына. Ф. Д. Нефе дов.
Ул йырлаһа, кешеләр яуға ҡурҡмай ташланды, яраланһалар, һыҙланыу белмәне, аслыҡтан шөрләмәне, һыуыҡтан өркмәне, хатта йәҙрәнән, ҡылыстан һәм штыктан үлеүҙән дә ҡурҡманы һәм үкенмәй үлде. Р. Г. Игнатье в.
Уның күңеле һөйөү менән тулы. Сал Уралын, төҙ ҡарағайҙарын, зифа шыршыларын, аҡ ҡайындарын, ҡара күҙле муйылдарын – һәммәһен ярата Салауат. С. П. Злоб ин.
Егерме йәшлек командирға ябай башҡорт общинниктары ла, ихтилалға ҡушылған арҙаҡлы старшиналар ҙа буйһонған. И. М. Гвоздико ва.
Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың образы минең ижадымда күп йылдар буйы төп урындарҙың береһен биләне. Мин уны һүрәттәрҙә фарфор миниатюраһында, стенаға эленә торған монументаль керамика полотноһында һынландырҙым. Тамара Нечаева.
Башҡорт халҡының тоғро улы Салауат Юлаев өсөн мин сикһеҙ шат һәм ғорурмын. Легендар Салауатҡа һәйкәл төҙөүгә ижади ғүмеремдең иң яҡшы йылдарын бирҙем. Утыҙ йылға яҡын ғүмеремде. Мин бының менән бик бәхетлемен. С. Д. Тавас иев.
Салауатҡа халыҡтың айырым мөнәсәбәте хатта уның легендар йәшенә лә бәйле, быға ҡағылышлы йырҙар ҙа ижад ителгән. Аҫылғужа Баһуманов.
Никарагуаның капиталистик ҡоролошо менән көрәшкән йәш коммунисы Августо Лопес Салауат Юлаевтың исемен ҡушамат итеп ала. С. Сафуан ов.
С. Юлаев Р,Расиховна.ppt