z._biisheva.ppt
- Количество слайдов: 9
(1908 -1996) Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Тормош юлы. • 1908 йыл 2 ғинуар Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ярлы • • крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1924 йыл Ташлы ауылындағы әҙерлек курсын тамамлай, Ырымбур башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Баймаҡ районы Билал һәм Темәс ауылдарында уҡытыусы булып эшләй. 1930 йыл тәүге хикәйәhе “Октябрь” журналында баҫыла. 1931 йыл Өфөлә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу курсын тамамлай һәм Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡалдырыла. 1934 -1935 йылдар Мәсетле hәм Салауат райондары гәзиттәренең әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй. Яңы сыға башлаған гәзиттәрҙең эшен ойоштороуҙа һәм юлға һалыуҙа ул ҙур ярҙам итә. 1939 -1951 йылдарҙа “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, Башҡортостан радиокомитетының әҙәбиәт бүлегендә редактор аҙаҡ китап нәшриәтенең балалар секторы мөдире булып эшләй. 1951 йыл-професиональ яҙыусы. 1996 йыл вафат була.
Ижады 1942 йылда “Партизан малай” исемле тәүге әҫәрен яҙа. Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһы ׃ «Кәмһетелгәндәр» «Оло Эйек буйында» «Емеш» романы
Наградалары 1. 1968 йылда Зәйнәб Биишеваға Яҡтыға трилогияһы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелде. 2. Ул шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы 3. исеменә лайыҡ булды. Әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендәге күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Шиғриәт өлкәһендәге ижады. Туған тел Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле! Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
Башватҡыс (Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәте буйынса. 1. 2. 3. 4. 5. 6. • 1. 2. 3. 4. 5. 6. Бөйөк сәнғәт өлгөһө. Ҡыҙыл. . . Ордены. . бото ҡыҫҡа. Етмеште аша атлаған бабай. «Яҡшылыҡты эшлә лә. . . ырғыт» . . ле хикәйә Яуаптар Көршәк Байраҡ Ялған Хасбулат Диңгеҙ Хикмәт
z._biisheva.ppt