Әкиәт иленә сәйәхәт
Төлкө менән айыу
Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп алырға булған
Туҡта әле, өсөнсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы менән маҡтанғайн ы. Мин дә уға барып маҡтанайым әле, — ти.
Айыу, тургайҙы тешләп, төлкө янына килә. Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине.
Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була?
Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кепә: — Турғай, — тине.
Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөн таш яҫтап йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе, ти.
Турғай, турғай!. .
Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни була, айыу дуҫ?
Айыу был юлы, ауыҙын тултырып: — Тур-ғай! — тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп осто ла китте.
Ә, ишеттем, турғай тиһең икән, — тигән булды.
Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң шул, — тип һуҡранды.
Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып: — Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! — тине. — Дөрөҫөн әйткәндә, һин шыр алйот, һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ ине.
Ихтибарыгыҙ өсөн рәхмәт