ҠАРҺЫЛЫУ Эште башҡарҙы:
ҠАРҺЫЛЫУ Эште башҡарҙы: Тимершәйехова Р. А.
Борон-борон заманда йәшәгән ти бер әбей менән бер бабай. Үҙҙәре бик уңған, тырыш, донъялары теүәл. . . Тик балалары ғына булмаған ти был икәүҙең. Шуға бик ныҡ ҡайғырғандар икән ти.
Бына улар ғәҙәттәгесә икәүләшеп кенә сәй эсеп ултыралар. Тәрәзәнән бала-сағаларҙың тышта сана шыуыуын, ҡар бәрешеп уйнауын, берһенән-берһе матур Ҡарһылыуҙар эшләүен һоҡлана-һоҡлана күҙәтеп ултыралар икән ти. Күп тә үтмәй бабай:
Әбекәйем, бик уйланып китеп, моңһоуланып бала- сағаларҙы күҙәтеп ултыраһың. Әйҙә, булмаһа , беҙ ҙә тышҡа сығып Ҡарһылыу эшләйек! Күңел асайыҡ!
Әйе шул! Ҡалай шәп итеп уйлап таптың ул! Әйҙә, киттек, бабай, тышҡа! Ҡарһылыуыбыҙ үҙ ҡыҙыбыҙ булыр!
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Күҙҙең яуын алырҙай Ҡарһылыу эшләп ҡуялар әбей менән бабай: күҙҙәре күк төймәнән, ирендәре алһыу таҫманан. Хатта бит уймаҡтары ла көлөп тора үҙенең! Һоҡланып туя алмайҙар Ҡарһылыуҙары менән әбей менән бабай.
Әбей менән бабайҙың йылылыҡ, мөхәббәт менән тулы ҡараштарынан Ҡарһылыу хатта йәнләнә. Ул ысын ҡыҙыҡайға әүерелә лә ҡуя!
Әбей менән бабай ҡыуаныуының сиге булмай!
Ҡарһылыубыҙ көнләп түгел, сәғәтләп үҫә. . .
Үҙе көндән-көн һылыулана. Ҡар кеүек ап- аҡ, күҙҙәре күк төймә, толомдары биленә тиклем! Бит остарында алһыулыҡ булмауы ла уның гүзәллеген бер ҙә кәметмәй.
Бына йәмле йәй етә. Тирә-яҡ йәшеллекә күмелә, яландарҙа, ҡырҙа хуш еҫле сәскәләр!. . Тик Ҡарһылыуыбыҙ ғына бик моңһоу беҙҙең. Ҡояштан, ямғырҙан ҡасып йәшәргә мәжбүр шул. Бына бер ваҡыт дуҫтары урманға барырға саҡыра Ҡарһылыуҙы. Олатай менән өләсәйем рөхсәт биргәс, барып ҡайтам әле.
Кис етә. Төрлө күңелле уйындар уйнала башлай. Ҡарһылыуҙы дуҫтары ут аша һикерергә өгөтләй һәм ул һикерә. . .
Ҡарһылыуыбыҙ шундуҡ болотҡа әйләнеп осоп та китә. . .
Ирене Ҡарһылыуыбыҙ. . .

