презентация зайнулла-ишан.ppt
- Количество слайдов: 14
МБУ «Центральная районная библиотека» МР Учалинский район Республики Башкортостан «Уау диуана әйткән. Килен, -тигән ул, ҡорһағыңды һаҡла, унда ишан булырҙай бала ята» . (Бер риүәйәттән) БЫУАТТАРҘЫ ҮТЕП БАЛҠЫЙ ИСЕМЕҢ (З. Рәсүлевтың тыуыуына – 185 йыл) Учалы – 2013
ТОРМОШ ЮЛЫ Зәйнулла Рәсүлев (Зәйнулла бине Хәбибулла Рәсүл) 1835 йылдың 9 апрелендә изге Ҡорбан ғәйете ваҡытында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе (хәҙерге Учалы районы) Шәрип ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. 1845 йылда Муйнаҡ ауылында Дамелла Мөхәмәт Бохариға уҡырға бара. Бохари вафат булғас, 1848 йылда имам-мөҙәрисе Яҡуп Зәйнәғәбетдин улы Зәйникәев һәләтле Зәйнулланы үҙе менән Ахун ауылына алып китә, унда ул дин ғилемен арттыра.
ТОРМОШ ЮЛЫ 1851 йылда Троицк ҡалаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһендә) мәҙрәсәһенә килеп урынлаша. Зәйнулла, ниһайәт, 1858 йылда имтихан тотоп, имам һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе сифатында Типтәр. Учалы волосының Аҡҡужа ауылына китә. 1859 йылда Аҡҡужа ауылынан Гөлбәғиҙә исемле ҡыҙға өйләнә. Бәләҡәй генә Аҡҡужа ауылы мәсете килгән бөтөн кешене һыйҙыра алмағанлыҡтан, Зәйнулла имам вәғәздәрен урамға, тау башына сығып әйтергә мәжбүр була
ТОРМОШ ЮЛЫ Остазы Зияутдин Гөмөшананауи З. Рәсүлигә «тулыһынса камиллашҡан хәлиф» тигән исем бирә. Илгә ҡайтыу менән, Нәҡешбәндиә тәғлимәтен таратыу эшенә тотона. Иҫкелек яҡлы шәхестәр һәм муллаларҙың доносы буйынса 1872 йылда ҡулға алынып, 8 ай буйы Златоуст төрмәһендә ултырып сыға. 1873 -1876 йылдарҙа Никольск ҡалаһында, һуңынан Кострамала биш йыл полиция күҙәтеү аҫтында йәшәй.
ТОРМОШ ЮЛЫ 1881 йылда, губернатор Кржижановский рөхсәте менән Аҡҡужаға ҡайтып китә, тағы элекке эшенә тотона. 1882 йылда ул, Муса хажи менән бергәләп, икенсе тапҡыр хажға сәфәр ҡыла. 1884 йылдан Зәйнулла ишан тормошоноң өр-яңы, Троицк осоро башлана. Ишан Амур тигән биҫтәлә хеҙмәт итә башлай. «Амур» һүҙҙен ғәрәпсәрәк «Мамуриә» тип үҙгәртелә. Троицкиҙың үҙендә ҡаҙаҡ байы Алтынсарин биргән аҡсаға мәсеттең мәҙрәсәһен һалдыра.
ТОРМОШ ЮЛЫ Ысул жәдидә индерелә башлағас, Троицкиҙа беренсе булып Зәйнулла хәҙрәт үҙенең хәлфәләрен Ҡазанға уҡырға ебәреп, 1887 йылдан йәдитсә уҡытыузы ойоштора. Мәҙрәсәлә мосолман дине тарихы, ислам ҡанундарынан тыш, Рәсәй дәүләте тарихын да үтәләр, татар, урыҫ, ғәрәп телдәрен, иҫәп-хисап, тәбиғә фәндерен, хоҡуҡты, матур яҙыуҙы өйрәнәләр, рәсем төшөрөү, һуңынан музыка буйынса белем алыуҙы индерәләр. Бихисап шәкерттәр уның мөрите булып китә; ул Рәсәйҙең иң күренекле мосолман дине әһелдәренең беренә әүрелә.
ТОРМОШ ЮЛЫ 1905 йылда мәҙрәсәнең матди хәле лә яҡшыра. Урындағы хәлле кешеләрҙең ярҙамы менән ағас йорт урынына таштан ике ҡатлы яңы уҡыу йорто һалына. Шәкерттәрҙең ҡайһы береһе йыр-моң менән мауыға, һәүәҫкәрҙәр тамашалар ҡуя, ҡалала үткәрелгән «Шәреҡ кисәләре» ндә ҡатнаша, ә йәйен улар халык йолаларын, ауыҙ-тел ижадын йыйып йөрөй. Мосолмандарҙың рухи үҙәк идаралығы рәйесе мөфтөй Т. Тәжетдиновтың указы буйынса 2008 йылдың 13 ноябрендә Троицк ҡалаһының мәсетенә Зәйнулла ишан Рәсүлев исеме бирелә.
ТОРМОШ ЮЛЫ Зәйнулла Рәсүлев 1917 йылдың 2 февралендә вафат була. Ул Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән. Ырымбурҙар уны «үҙ халҡының рухи короле» тип атай. 1919 йылда «Рәсүлиә» мәсете ябыла һәм татар-башҡорт педагогия техникумы итеп асыла Ишан үҙенең һуңғы һүлышына тиклем башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар милләттәренең киләсәге, иманлы булып ҡалыуы тураһында хәстәрләгән.
МӘҢГЕЛЕК ӘХИРӘТКӘ «Минең нимә эшләгәнемде иҫкә аласаҡһығыҙ, мин үҙ эшемде Аллаға тапшырам…» (Ҡөрьән Кәрим, Ғафир сүрәһе, 44 -се аят) Троицк ҡалаһындағы иҫке мосолмандар зыяратында Зәйнулла ишандың ҡәбере реконструкциялана. Ябай йәшел рәшәткәне, яңыса ажур купола өҫтөнә ярты ай ҡуйып эшләнә, ҡәберенә ете мрамор таш һалына. 2003 йылда тыуған ауылы Шәриптә, З. Рәсүлестың тыуыуына 175 йыллығына арнап һәйкәл ҡуйыла.
РӘСҮЛЕВТЫҢ НӘҪЕЛ АҒАСЫ Ғәбделсабур Ғәбделҡаҙир Фәтхулла Зәйнулла Ғабдулла Һибәтулла Хәбибулла Атилла Рәсих Ғабдрахман Сафуат Ғәбделрәүеф Нәжип
ВАРИҪТАРЫ 2009 йылда Учалы ҡалаһында Зайнулла Рәсүлев исемендәге мәсет асыла. 2010 йылдың 18 сентябрендә Татарстан Республикаһының Царицыно ҡасабаһында, яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалына. Уға «Зайнулла» исеме бирелә. Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Учалы муниципаль районы Юлдаш ауылының урта мәктәбенә Зәйнулла Рәсүлев исеме бирелә.
ВАРИҪТАРЫ 2008 йылда Өфө ҡалаһының Благоева урамын (иң тәүҙә Случев тыҡрығы тип йөрөтөлә) Рәсүлев исеменә үҙгәртелә. Ҡазандағы «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһендә ҙур бина торғоҙғанда беренсе нигеҙ ташын Зәйнулла ишан һалған.
ВАРИҪТАРЫ «Рәсүл уҡыуҙары, дин тарихын һәм Рәсәйҙәге замана тормошо» Бөтә Рәсәй фәни-практик конференция Троицк ҡала һында үтте. Мосолмандарҙың рухи үҙәк идаралағы рәйесе Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. Был симпозиумда ислам, дин белгестәре Мәскәүҙән, Силәбенән, Өфөнән, Ырымбурҙан, Казандан, Бухаранан килделәр. Улар. З. Рәсүлевтың тарихи һәм рухи мираҫын ғына түгел, хәҙерге мосолман тормошо тураһында әңгәмә барҙы.
ВАРИҪТАРЫ Шәкерт булған осоронда суфыйсылыҡ менән ҡыҙыҡһына. 1859 -сы йылда Наҡшбәндиә суфый ордены сафына алына. 1869— 1870 йылдарҙа Истанбулда хәҡиҡәтте мистик рәүештә танып белеү (тәриҡ) ысулын өйрәнеп камиллаштыра. Истанбулда уҡ Наҡшбәндиә суфыйының тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт (иджазнамә) ала. Тыуған төбәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип индерә, шул иҫәптән тәсбих кейеп йөрөтөү, Аллаһы Тәғәлә исемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү (зекер), зыяраттарҙы изге урын, Мәүлит байрамдарын, доға ҡылыуҙы, һ. б. Был ағым тиҙ арала мосолман донъяһының төрлө төбәктәренә үтеп инә.
презентация зайнулла-ишан.ppt