чудесный край Галиакберово.pptx
- Количество слайдов: 25
ЧУДЕСНЫЙ КРАЙ БАШКОРТОСТАН Номинация Виртуальная экскурсия по селу Галиакберово Бурзянского района
МИКРОТОПОНИМЫ СЕЛА ГАЛИАКБЕРОВО 1. ОЙКОНИМЫ: Ғәлиәкбәр, Иҫке ыҙма, Өсөйлө. 2. ГИДРОНИМЫ: Нөгөш йылғаһы, Күл тамағы, Аҫҡараҡ йылғаһы, Аҡбалсыҡ йылғаһы, Батша ҡотоғо, Ғәйниә ҡотоғо. 3. ОТДЕЛЬНЫЕ КАМНИ: Иҙән йәки өҫтәл таш, Ослоташ, Ба(о)тинкаташ, Ҡыҙматаш, Эйәрташ, Аҡташ. 4. ОРОНИМЫ: Таҡыясусаҡ, Уралтау, Кәзә тауы, Аратау, Күсоя, Мәсет тауы, Һарат уяһы, Зыярат тауы, Ямаш тауы. 5. ДРИМОНИМЫ: Хәҙрәт шыршыһы, ветерандар аллеяһы. 6. ДРОМОНИМЫ: Ямаш юлы, район үҙәгенә һуҡмаҡтар, Бөрйән юлы, 7. НАЗВАНИЯ УЛИЦ, ПЕРЕУЛКОВ: Эт тыҡрығы, Афғанистан, Пакистан. 8. МЕСТА КУПАНИЯ: Суҡмуйыл, Аҫҡараҡ тамағы, Һөрәмбәт. 9. МЕСТА, СВЯЗАННЫЕ С ПРОМЫСЛОМ: Паровой, Кардон туғайы. 10 : МЕСТА, СВЯЗАННЫЕ С ИСТОРИЕЙ: 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына, 1917 – 1921 йылғы граждандар һуғышы ваҡиғаларына бәйле, З. Вәлиди туҡтап йөрөгән йортҡа, 1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға. (ВСЕГО 40 ТОПОНИМОВ)
Ғәлиәкбәр
Ғәлиәкбәр Аҫҡараҡ й. Иҫке ыҙма Аҡбалсыҡ й. Батша ҡотоғо Усағуй й. Өсөйлө Ғәлиәкбәр Ғәйниә ҡотоғо Нөгөш й. Күл тамағы
Ғәлиәкбәр Аҫҡараҡ й. Аҡбалсыҡ Афғанистан, й. Пакистан Кардон Кәзә т. Суҡмуйыл, таштар, Урал т. Паравай Ямаш т. , юлы Батша ҡотоғо Усағуй й. Иҫке ыҙма Мәсет т. Ветерандар Хәҙрәт шыршыһы 1812 й. аллеяһы Ватан һуғышы обелиск Эт тыҡрығы Ғәйниә ҡотоғо Аратау Өсөйлө 1941 -1945 й. Бөйөк Ватан һ. З. Вәлиди туҡтаған йорт урыны Аҫҡараҡ тамағы Һөрөмбәт, Иҙәнташ Бөрйәнгә һуҡмаҡтар Таҡыясуса ҡ Күл тамағы Нөгөш й.
Ғәлиәкбәр Аҫҡараҡ й. Аҡбалсыҡ Афғанистан, й. Пакистан Кардон Ямаш т. , юлы Батша ҡотоғо Усағуй й. Иҫке ыҙма Мәсет т. Ветерандар Хәҙрәт шыршыһы 1812 й. аллеяһы Ватан һуғышы обелиск Кәзә т. СуҡЭт муйыл, тыҡрығы ташҒәйниә тар, Урал т. ҡотоғо Паравай Аратау Өсөйлө 1941 -1945 й. Бөйөк Ватан һ. З. Вәлиди туҡтаған йорт урыны Аҫҡараҡ тамағы Һөрөмбәт, Иҙәнташ Бөрйәнгә һуҡмаҡтар Таҡыясуса ҡ Күл тамағы Нөгөш й.
Auf Wiedersehеn! етештерелгән. Күлбаев әбейҙәр бер-береһенә яҡын, була. Был Әхмәт бабай, ул саҡта бәләкәй Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улы һөйләп булһа ла, дегеттең улаҡ буйлап сөбөрләп һауыт-тарғ дар, эт, бүренән дә һаҡланғандар, төн- ҡалдырған ләкин йырын аша йәшәгә Әнүәр Дилмөхәмәтовтың (1941 йылғы) өләсәһе Ғәйниә Нөгөш йылғаһына һыуға барған һайын торғанын һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бер эш-сенең янып үлгән кәүҙәһен әле лә хәтерләй. Янғындан һуң эш туҡтаты мәғлүмәттәр буйынса алынды). Ҡайһы бер мәғлүмәттәр дымланып шунда үткәргәндәр. Шулай киятҡан күреп йөрөгән. Бер дө ҡабат тергеҙелмәй. Иғтибар итеп ҡараһаң, әле булһа ла был ерҙә ҡасандыр ниндәйҙер ҡоролма булғанын һиҙеп б лә Әсе теллеләргә шул етә ҡалған – йырындың бер Афғанистан, икенс Рәхим итегеҙ!ерҙе сыҡҡан. Быны күргән ваҡыт, лом алып, шул урынды таштан таҙарта буйынса арғы Аратау тип тә аталған, сөнки элегерәк әлеге белмәй, килгән. ололарҙың башлаған. Пакистан булып киткән. Быны кешеләре уға ярҙамға ләкин Шунан аҙаҡ Бер аҙ һыу ауыл йәштәр Батша леп сыҡҡан тауҙың аталышы. Уралтау тирәһендә Аратау ауылдың түбән осо булып, 1812 й. Обелиск был шишмә Ғәйниә ҡотоғо исемен алған. Добро пожаловать! й. ҡотоғо рендә: Пакистанға йәки Афғанистанға барам тиһәң аңлайҙар. Аҡбалсыҡ халыҡ йәшәмәгән, был ерҙәр сабынлыҡ булған. Уҫағуй Эт тыҡрығы. Ғәйниә ҡ. Welcome! Урал т. Ветерандар Кәзә т. аллеяһы Willkommen! Суҡмуйыл , таштар. Паравай 1941 -1945. Обелиск Хәҙрәт шыршыһы З. Вәлиди туҡтаған йорт урыны Мәсет тауы ГИД Күл тамағы ҡап уртаһында тора. Исеме һөйләй. Туймазы Нөгөш йылғаһы Аратау ауылдың Аҡбалсыҡ яҡта 1812 Һөрөмбәттәге Ауылым ихатаһына ингәс тә уң йылғаһы Батша ҡотоғо Мәктәп һыулаған. Таҡыясусаҡ. ла тарих Был шишмә Ауылды урталай ҡар аҡҡан Собханғол ҡараһаң, районында алынған. Уның йылға, уртаһында, яҙ көнө бүлеп бар. башлағас уҡ асыл шунан Нөгөш исемле башына менеп исемле ауылирей Эҙәрмәндәр Ул Аратауға ҡаршы Нөгөш йылғаһы аръяғындағы тауҙың иң бейек түбәһе. Алыҫтан ҡараһаң, йылғы Ватан һуғышы урындан халыҡ яҙ көнө ауыл эсендә һыу то ҡаһармандарына Иҙән(өҫтәл)таш йылға Нөгөш йылғаһы элек башлан-ған ята. йылғаһының исеме ул башлан-атаһынан йылға Таҡыясусаҡ тауының башҡорто Арыҫланбәк, тиклем ағып Уҫағуй Урындағы элек иҫбатлауын-са, 1500 йылдарҙа беҙҙең яҡ ауылдың бөтә тирә-яғы, үрҙә һанап үтелгән топо эҫендә Хәҙрәт таҡыя кейгән кешенең башына оҡшап тора. Ул түбәнән бөтә тирә-яҡ ус төбөндә генә һымаҡ һәр Арата аллеяһы ситенән аҡҡан. арналған обелиск Нөгөш. Ул мәңгеләштереү шыршыһы һәм өсөн һыуын ф Яҙ көнө тиклем тора. һыуы таҙарғанғансы боҙ Ветерандармәктәптең тарих юлы әҙерләү киткән ерҙә борон уҫаҡ өсөн, ошо яҡтарға ған -нимдар күренеп тора. ваҡытта булмаһа аш-һыу менән күсеп у ҡалған мираҫ-ты, ер-һыуҙарҙы һәм икенсе оҡшатыу урманына мейесте аҡлау йә Нөгөш й. күренә: алыҫтағы тауҙар армыт-армыт булып күгәреп яталар. Ғәлиәкбәр халҡы был тауҙы бик шарш Хәҙрәт шыршыһы зыярат эсендә. Ҡәберҙәргә Бөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына арнап, тығындар барлыҡҡа килә һәм йылға
ПОРТФЕЛЬ ЭКСКУРСОВОДА
Аратау башынан күренеш. Нөгөш йылғаһы буйына Темәс ауылынан бер боланан һуң Монаш исемле кеше күсеп килеп донъя көтә башлай. Мал көтә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Утарға башҡа яҡташтары ла күсеп ултыра һәм шунлыҡтан ҙурая. Хәлле кешеләре лә арта. Ауылға исем биреү кәрәклеге килеп сыҡҡас, һәр байҙың үҙ исемен ҡалдырғыһы килгән, үҙ-ара талаш башланған. Монаш тәүҙә күсеп килеүсе булараҡ өҫтөн сыҡҡан. Ул, русса яҡшы уҡый-яҙа белгән Ғәлиәкбәр исемле егетте эйәртеп, өйәҙ үҙәге Орскиға китә. Монаш, түрәләрҙе ризалатып, ауылға үҙенең исемен бирҙертеүгә килешә һәм ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәргә ҡуша. Ғәлиәкбәр байҙың тома наҙанлығын үҙ мәнфәғәтендә файҙалана: танытмаға үҙ исемен яҙҙыра. Ошонан алып ике быуатҡа яҡын ауылым Ғәлиәкбәр исемен йөрөтә.
Иҫкеҙма Беҙҙең ауылдан алыҫ түгел был урын, үрге осонда ғына. Ниңә шулай атала икән ул? Беҙгә олатаһы Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улынан ейәнсәре Таңһылыу яҙып алып ҡалдырҙы. Элек, күсенеп килеп йәшәй башлағас, халыҡ ошонда, Аҫҡараҡ йылғаһы буйына, килеп ултырған, сөнки был урын хәҙергегә ҡарағанда бөтә яҡтан ышыҡ булған, килгән-киткәндәрҙең күҙенә салыныу мөмкинлеге булмаған. Аҙаҡ, халыҡ арта башлап, урын тарая башлағас, хәҙерге урынға күсенгәндәр. Шул урынды хәҙер Иҫке ыҙма тип йөрөтәләр. Ыҙма элек халыҡ йәшәгән урынды аңлатҡан.
Нөгөш һүҙенең килеп сығышына ҡарата халыҡта ике фекер бар. Беренсеһе буйынса, Урал батырҙың улдарының береһенең исеме. Икенсеһе Нөгөш йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урынына бәйле. Был ерҙә йылға ҡырҡа боролош, мөйөш яһай. Мөйөш боронғо төрки телендә мөгөш тип яңғыраған. Тауҙар, урмандар аша аға-аға, ялан ерҙәргә килеп сыҡҡан беҙҙең матурҙарҙан да матурыраҡ, күркәмдәрҙән дә күркәмерәк йылға ул Нөгөш!
Күл тамағы Нөгөш йылғаһы элек Таҡыясусаҡ тауының ситенән аҡҡан. Яҙ көнө боҙ киткән ваҡытта тығындар барлыҡҡа килә һәм йылға икенсе урындан аға башлай, сөнки ҡыш ҡаты килһә, боҙ йылғаға ҡуша туңған осраҡтар була. Яҙғы һыу, ни тиклем көслө булмаһын, уны урынынан ҡуҙғата алмай, икенсе ерҙән аға башлай һәм тора-бара үҙенең ағышын үҙгәртә. Элекке урында күл хасил була. Күлдең башы, Нөгөш йылғаһы менән тоташмаһа ла, тамағы йылға менән бәйләнешен өҙмәй. Шуға күрә лә халыҡ Күл тамағы тип йөрөтә башлаған.
Таҡыясусаҡ Ул Аратауға ҡаршы Нөгөш йылғаһы аръяғындағы тауҙың иң бейек түбәһе. Алыҫтан ҡараһаң, таҡыя кейгән кешенең башына оҡшап тора. Ул түбәнән бөтә тирә-яҡ ус төбөндә генә һымаҡ күренә: алыҫтағы тауҙар армыт-армыт булып күгәреп яталар. Ғәлиәкбәр халҡы был тауҙы бик тә ярата, үҙенең ғорурлығы, талисманы итеп һанай. Халҡыбыҙҙың бөйөк улы З. Вәлиди Ғәлиәкбәр ауылына йәш сағында ла, граждандар һуғышы йылдарында ла һуғылып үткән һәм Таҡыясусаҡтың башына менеп ҡурай уйнаған.
Уралтау Беҙҙең Ғәлиәкбәр ауылы тауҙар араһында ултыра. Шуларҙың береһе Уралтау. Был тауҙың бер яғында туғай, эргәһенән Нөгөш йылғаһы аға. Тауға бындай исем ни өсөн бирелде икән? Тау исеме Урал тигән егеттән алынған. Ул хәл бик элек булған. Урал бик оҫта һунарсы булған. Ул ошо тау башына менә лә тыуған еренә арнап көй сығарып уйнаған. Бер көн Урал, тауҙың ҡаялы еренә баҫып һыҙғырайым тигәндә, таш айырылып китә. Егет бик ҡурҡа һәм шәбәйә алмай үлеп ҡала. Шунан башлап тау Уралтау исеме менән йөрөтөлә башлай. (1941 йылда тыуған Күлбаев Әмир Тимерҡаҙыҡ улы һөйләп ҡалдырған мәғлүмәттәр буйынса алынды. ) Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса арғы Аратау тип тә аталған, сөнки элегерәк әлеге Аратау ауылдың түбән осо булып, Уралтау тирәһендә халыҡ йәшәмәгән, был ерҙәр сабынлыҡ булған.
Кәзә тауы Ғәлиәкбәр ауылында элек кәзәләр бик күп булған. Улар иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем кәртәгә ҡайтып инмәгән. Ошо тау уларҙың яратҡан урыны: ел-ямғырҙан да ышыҡланғандар, эт, бүренән дә һаҡланғандар, төндө лә шунда үткәргәндәр. Шулай килеп сыҡҡан тауҙың аталышы.
Аратау Аратау ауылдың ҡап уртаһында тора. Исеме шунан алынған. Уның башына менеп ҡараһаң, ауылдың бөтә тирә-яғы, үрҙә һанап үтелгән топонимдар күренеп тора.
Күсоя Ауылдың үрге осона сығып, Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер аша үткәс, текә тауға үреләһең. 1933 йылғы Әминев Ағзам Яхъя улы һөйләүенсә, ошо тауҙың битләүендә бер кешенең 100 -ләп күсе булған һәм ҡорттары 200 батманға яҡын бал биргән. Шунан тороп ҡалған инде тауға үрелгәндәге текә уяға исем – Күсоя. Хәҙер район үҙәгенә төп юл ошонан үтә.
Мәсет тауы 1995 йылдарҙа төҙөлгән яңы мәсеттән аҫтараҡ элек мәсет булған. Октябрь еволюцияһынан һуң 1961 йылға тиклем мәсетте мәктәп итеп файҙаланғандар. Яңы мәктәп төҙөлгәс, ул ташлан-дыҡ хәлгә килә. 1984 йылда, ауылды йәмһеҙләп ултыра, тип бөтөнләйгә емереп ташланылар. 1980 йылдарҙың аҙағында ул урынға халыҡты хеҙмәтләндереү йорто төҙөлдө, һуңынан элемтә бүлексәһе булып китте. Халыҡ телендә итәгендә элекке мәсет урынлашҡан тау әле лә Мәсет тауы тип йөрөтөлә.
Һарат уяһы Бесән етмәгән йылдарҙа Ғәлиәкбәр ауылы халҡы малына урмандан йыла ташып ашата. Йыланың ҡайырын һәм сыбыҡ-сабығын көйөш малы яратып ашай. Уны төбөнән үк ҡырҡмаһаң, бер нисә йылдан үргенләп, өсдүрткә тармаҡланып, тағы ла үҫеп китә, ҡоромай. 1930 йылғы Күлбаев Әхмәт Мөхәмәт улының һөйләүенсә, элегерәк бер ҡарт, малына бесән етмәй башлағас, ауылдың ҡаршыһындағы Таҡыясусаҡ тауының бер уяһында йыла әҙерләгән. Уны алып ҡайтыу өсөн, һары атын егеп, бик текә булһа ла, уя буйлап тауға менгән. Йыла тейәп алып төшөп килгәндә, йөк ныҡ этә. Аты сананы тота алмаған һәм, ҡаянан йөгө-ние менән осоп, шунда үлгән. Шунан ҡалған был уяның исеме.
Ямаш юлы
Ат юлы Йәйәүлеләр юлы
1930 йылдарҙа Суҡмуйылдан 100 метр самаһы өҫтәрәк яр буйында дегет ҡайнатыу өсөн ҡоролма төҙөлә. Һыу буйына төҙөлөүенең сәбәбен һыуҙың күп кәрәк булыуы һәм янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау менән аңлаталар ололар. Дегет күп етештерелгән. Күлбаев Әхмәт бабай, ул саҡта бәләкәй булһа ла, дегеттең улаҡ буйлап сөбөрләп һауыттарға ағып торғанын һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бер эшсенең янып үлгән кәүҙәһен әле лә хәтерләй. Янғындан һуң эш туҡтатыла һәм ҡабат тергеҙелмәй. Иғтибар итеп ҡараһаң, әле булһа ла был ерҙә ҡасандыр ниндәйҙер ҡоролма булғанын һиҙеп була.
1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған обелиск
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың хөрмәтенә обелиск
Спасибо за внимание!
чудесный край Галиакберово.pptx